Ә бына төбәк ҡаҙнаһынан бүләкләү ҡаралған. Байыраҡ төбәктәр күберәк аҡса бирә, ҡайҙалыр 500-әр һум өҫтәйҙәр. Кемдәрҙер 90 йәш тулғас ҡына ала. Ололар көнөндә ҡарттарға байрам табыны ла әҙерләнә, муниципалитеттар әҙме-күпме күстәнәс тә тарата. Һәр хәлдә, иғтибар буласаҡ.
Әйткәндәй, 1 октябрҙән хәрби пенсионерҙарға түләүҙәр 3,7 процентҡа индексациялана һәм эшләүсе хәрбиҙәргә оклад арта.
Алыҫ Төньяҡта эшләүсе пенсионерҙар ҙа аҡсаһын арттырып ҡыуанасаҡ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Фото: РИА-Новости.