

Ауыр һуғыш юлдарын үткән, уның бөтә михнәттәрен күргән һуғыш уҙаманы Алексеев Илья Герасимович 30 йылдан артыҡ Ҡарлыман һөт эшкәртеү комбинатында хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә ул Прибельский ауылында ҡәҙер-хөрмәттә ҡыҙы Светлана ҡарамағында ғүмер кисерә. Илья Герасимович Дәүләт Думаһына депутаттарҙы үҙ өйөндә һайланы. Сәләмәтлеге бер аҙ ҡаҡшаһа ла, олатай күрһәтмәҫкә тырыша. Шуға күрә, был мөһим эштә уға ҡыҙы ярҙам итте.
- Бала сағыбыҙҙа күп ауырлыҡтар күрергә тура килде, һуғыш бик күптәрҙе бәхетһеҙ итте. Һеҙгә ундай бәхетһеҙлектәрҙе күрергә яҙмаһын инде. Донъялар имен, тыныс булһын. Элек үҙем һайлау участкаларына бара инем. Бер ҙә ҡалдырғаным булманы. Әле генә йөрөүе ҡыйыныраҡ, - ти туҡһанды уҙып, инде йөҙҙө ваҡлаған ветеран.