Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентября 2021, 05:22

Һайлауҙар дауам итә

Шулай итеп, был һайлауҙарҙың тәүге көнө үтеп китте. 2300-сө Һыуыҡ Шишмә һайлау участкаһында ла халыҡ әүҙем ҡатнашты.

Һайлауҙар дауам итәҺайлауҙар дауам итә
Һайлауҙар дауам итә

- Беҙҙең һайлау участкаһында бөтәһе 706 кеше иҫәптә тора. Шуларҙың уныһы йәшәгән урын буйынса участка һайлау комиссияһына ғариза яҙҙы, 11 кеше эш буйынса командировкаларға юлланды. Кисә Һары-Һаҙ ауылына күсмә тауыш биреү үтте. Унда мәктәп янында урынлашҡан майҙанда һайлауҙар ойошторолдо. Артабан комиссия ағзалары ололарҙың өйҙәренә барып һайлау үткәрҙе. Улар унда бөтәһе 17 уҙаман. Халыҡ бик әүҙем ҡатнаша мөһим сараларҙа. Һайлауҙарҙың тәүге көнөндә үк участкаға халыҡтың күпләп килеүе күҙәтелде. Әлегә һайлап өлгөрмәгән ауылдаштарҙы тауыш бирергә һайлау участкаларына саҡырабыҙ,- ти 2300-сө һайлау участкаһының комиссия рәйесе Ольга Андреева.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас