Даирә
+2 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентября 2021, 14:44

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙарҙы юғары баһаланы

Бөгөн илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына вәкилдәр һайлау башланды. Белеүебеҙсә, быйыл һайлауҙар 17-19 сентябрҙә, өс көн рәттән үткәрелә. Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа үтеүен халыҡ-ара делегация ла баһаланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙарҙы юғары баһаланыХалыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙарҙы юғары баһаланы
Халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлауҙарҙы юғары баһаланы

Германия Федератив Республикаһының Бундестаг депутаты, Тикшереү буйынса комиссия рәйесе Штефан Койтер, Никарагуа делегацияһын оҙатып йөрөүсе Даниэль Эдмундо Ортега Мурильо, күҙәтеүселәр – Никарагуа Республикаһы Юғары һайлау советы Магистраты Альма Нубия Бальтодано Марсенаро һәм Никарагуа Республикаһы Президенты ҡарамағындағы инвестициялар, сауҙа һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Лауреано Факундо Ортега Мурильо район биләмәһендә үткән  һайлау участкалары эшенә юғары баһа бирҙе.

Халыҡ-ара делегация вәкилдәре иң тәүҙә Һыуыҡ-Шишмә ауылында урынлашҡан 2300-сө һанлы һайлау участкаһына туҡталды. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, күңелле йыр менән ҡаршы алдылар. Һуңынан ауыл музейына сәйәхәт ҡылынды. Артабан делегация Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музейҙа урынлашҡан һайлау участкаһында булды. Унда улар эш барышынан тыш, легендар командир Миңлеғәле Шайморатов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының яу юлдары менән танышты, Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Ҡырмыҫҡалы ауылында делегацияны муниципаль районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡаршы алды һәм гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһындағы һайлау эшенең барышы менән таныштырҙы. Делегация ағзалары һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләнҽ һәм яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдереп хушлаштылар.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас