Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентября 2021, 13:16

Һайлау участкаларында бөтә талаптар ҙа үтәлә

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса тауыш биреү башланды. Иртәнге 8.00 сәғәттә Ҡырмыҫҡалы ауылындағы барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты.

Һайлау участкаларында бөтә талаптар ҙа үтәләҺайлау участкаларында бөтә талаптар ҙа үтәлә
Һайлау участкаларында бөтә талаптар ҙа үтәлә

Тәүге көндән үк участкаларҙа гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр байтаҡ булып сыҡты. Һайлау участкалары урынлашҡан биналарҙың барыһы ла тейешле талаптарға яуап бирә. Ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә айырым иғтибар бүленә. Участкаларға ингәс тә һайлаусылар ҡулдарын антисептик менән эшкәртә, тән температураһын үлсәй. Бынан тыш, уларға битлек, бирсәткә һәм ручка бирелә.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас