Даирә
+15 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентября 2021, 10:00

Һайлауҙарға халыҡ ағыла

Районыбыҙҙа һайлауҙар башланды ла инде. Пандемияға бәйле, ул быйыл өс көн дауам итә. Шуға күрә бөгөн үк тауыш бирә башларға мөмкин. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Зөһрә Хафизова менән Рәзилә Ғәлимовалар ҙа үҙ хоҡуҡтарын ҡулланып, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙеләр.

Һайлауҙарға халыҡ ағылаҺайлауҙарға халыҡ ағыла
Һайлауҙарға халыҡ ағыла

- Ғүмерем буйы дарыуханала, балалар баҡсаһында эшләнем, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялдамын. Иптәшем менән бер ваҡытта ла һайлауҙарҙы ҡалдырғаныбыҙ булманы. Халыҡтың һаулығын хәстәрләп, һайлауҙарҙы өс көнгә һуҙып бик яҡшы иткәндәр,- ти Зөһрә Ғәлинур ҡыҙы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас