Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентября 2021, 10:52

Ҡаймаҡта бешерелгән балыҡ

Бының өсөн:Ике килограмм балыҡ (хек, минтай), өс баш һуған, ике йомортҡа, 150 грамм ҡаты сыр, 400 грамм ҡаймаҡ, үҫемлек майы, он, бер бәйләм әнис, тәмләткестәр, тоҙ, гәрсис кәрәк.

Ҡаймаҡта бешерелгән балыҡҠаймаҡта бешерелгән балыҡ
Ҡаймаҡта бешерелгән балыҡ

Әҙерләү:
Башта балыҡты йыуып, таҙартып киҫәктәргә бүләбеҙ. Онға тәмләткестәр, тоҙ ҡушабыҙ ҙа, унда балыҡты әүәләп формаға теҙәбеҙ. Һуғанды турап үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ.
Шунан соусҡа тотонабыҙ: ҡаймаҡты гәрсис, йомортҡа, ваҡлап туралған әнис, ҡыҙҙырылған һуған ҡушып тоҙлап һәйбәтләп бутайбыҙ. Әҙер соусты балыҡҡа ҡоябыҙ. Иң өҫкә ҡырылған сыр өҫтәйбеҙ. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: koolinar.ru

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас