Был закон проекты буйынса республика парламентының профилле комитеты ултырышында фекер алышыу булған ине.
Шулай уҡ 2021 йылдың 10 июненән 16 июнгә тиклем БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан йәмәғәт фекер алышыуҙары үткәрелде.
Закондың параметрҙары түбәндәгесә.
2020 йылда бюджет коронавирус инфекцияһы таралыуы һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән сараларҙы уҙғарыу, халыҡҡа һәм иҡтисадтың зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү шарттарында тормошҡа ашырылды.
Дөйөм иҡтисади хәлдең ҡапыл ҡатмарлашыуы, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуы Башҡортостан Республикаһы бюджетына кире яҡтан йоғонто яһамай ҡалманы. 2020 йылда республика бюджетына 219,9 миллиард һум ингән. Уларҙан һалымлы һәм һалымһыҙ килем 123,2 миллиард һум тәшкил итә. 2019 йыл менән сағыштырғанда был 16,1 процентҡа кәм. Һалымлы һәм һалымһыҙ килемдәрҙең төп сығанағы: физик шәхестәр килеменә һалым – 18,7 процент, ойошмалар килеменә һалым – 14,8 процент, акциздар – 9,7 процент, мөлкәткә һалым – 6,2 процент, дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуға һалым – 3,4 процент. Ә ҡайтарылмай торған килемдәр 2019 йыл менән сағыштырғанда 45,2 миллиард һумға, йәғни 1,9 тапҡырға артып, 96,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Был үҫеш нигеҙҙә яңы коронавирус инфекцияһы эҙемтәләрен бөтөрөү һәм уны профилактикалауға йүнәлтелгән сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеү менән бәйле. Әһәмиәтле финанс ярҙам социаль өлкәлә ихтимал булған кире тенденцияларҙы туҡтатырға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә кәрәкле саралар йүнәлтергә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу темптарын һәм финанслау күләмен һаҡларға булышлыҡ итте.
Республика бюджетының сығымлы өлөшө 259,4 миллиард һум (үҫеш – 44,2 миллиард һум) күләмендә тотонолған.
2020 йылда коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында социаль йөкләмәләрҙе башҡарыу дауам итте. Социаль өлкәгә сығымдар 192 миллирад һум (74 процент) тәшкил итте. Шул иҫәптән, социаль сәйәсәткә - 66,8 миллиард һум, мәғарифҡа – 56,2 миллард һум, һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 миллиард һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа - 14,8 миллиард һум, мәҙәниәткә, кинематографияға – 7,2 миллиард һум, физик культураға һәм спортҡа – 2,6 миллиард һум, киң мәғлүмәт сараларына - 0,9 миллиард һум, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,8 миллиард һум йүнәлтелде. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар - 43,9 миллиард һум, муниципаль берәмектәр бюджетына дөйөм характерҙағы бюджет-ара траснферттар биреүгә - 12,8 миллиард һум, милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 миллиард һум, башҡа сығымдар 8,7 миллиард һум тәшкил итә.
Коронавирус инфекцияһы, пандемия эҙемтәләре менән көрәшкә һәм ҡатмарлашҡан макро иҡтисади күрһәткестәр шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға сығымдар 32,8 миллиард һум тәшкил иткән.
Сараларҙың төп күләме һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтелгән.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә койка фонды киңәйтелде, кәрәкле ҡоролмалар һәм дарыуҙар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре эше өсөн кәрәкле шарттар булдырылды. COVID-19 менән сирләүсе ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүсе медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр башҡарылды. Республиканың дәүләт бурысы 21 миллиард һум тәшкил итә.
Республиканың кредит йөкләмәһе түбән хәүефле кимәлдә һаҡлана.
«Эксперт РА» кредит рейтингы агентлығы тарафынан “Кире” прогнозы «Тотороҡло”ға үҙгәртелгән.
Илһам ЗАРИПОВ.