Даирә
+30 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
6 Июля 2021, 09:04

Тормош юлын һөйөү яҡтырта

8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләнә башлаған был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә. Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм та­тыу ғаилә билдәһе булған. Был төшөнсә­ләрҙе бәхеттең синонимы тип тә атарға мөмкин, сөнки ғаиләһендә үҙ-ара татыу­лыҡ, бер-береңә ҡарата һөйөү, ихтирам булған кешенең аҙымдары ышаныслы, күңеле тыныс, шуға ла ул бар донъяға мөхәббәт менән баға. Бындай ғаиләләрҙә балалар ҙа башҡаларға ҡарата ихтирамлы, бөтөн күңелле шәхес булып үҫә.

Бишауыл-Уңғар ауылында бындай күркәм ғаиләләр күп. Уларҙың береһе Ландыш һәм Альберт Насировтар ҙа бер уйлы булып, мөхәббәтте иш итеп татыулыҡта йәшәйҙәр. Йәштәрҙе баш ҡалабыҙ осраштырып таныштыра. Был ваҡытта Ландыш педагогия колледжында уҡып йөрөһә, Альберт эшләп йөрөгән була. Ике йәш йөрәк сәстәрен сәскә бәйләп, Альберттың тыуған ауылына күсеп ҡайта. “Ҡәйнәм Фәймә Бүләк ҡыҙы менән 5 йыл бик татыу итеп йәшәнек. Уға һәр саҡ терәк, кәңәшсе булыуы өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ”, - ти Ландыш Роберт ҡыҙы. Һуңыраҡ ғаилә өй һатып алып, башҡа сыға, ә әлеге мәлдә күркәм итеп ике ҡатлы йорт төҙөү менән мәшғүл. Йүнсел, баҙнатлы Альберт төҙөлөш бригадаһын булдырып, эшҡыуарлыҡ юлынан киткән. Ә Ландыш “Жилкомсервис” йәмғиәтендә эшләп йөрөй. Татыу ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Айһылыу - 9-сы, Вадим 6-сы класты тамамлаған. “Балалары ла, үҙҙәре лә ауыл, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Бик тырыш, берҙәм ғаилә”, - ти улар тураһында ауылдаштары. Берҙәмлек, бер-берең өсөн йән атып тороу – бәхеткә юл. Насировтар был ҡағиҙәне яҡшы белә, шуға ла бәхет нуры уларҙың юлдарын яҡтыртып бара.
Эльнара Шаймарҙанова.
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас