Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Июля 2021, 04:35

Әсәһе һаман быға ышана алмай...

Малай инеп бикләнеп үлгән иҫке һыуытҡысты әллә ҡасан сығарып ташларға йыйынғандар ҙа бит... Ауылдаштары әйтеүенсә...

1 июлдә Яңауыл районында булған ҡурҡыныс фажиғә күптәрҙе тетрәндерҙе. Һигеҙ йәшлек бала урамда ултырған иҫке һыуытҡысҡа йәшенеп һәләк булды. Әле “Комсомольская правда” баҫмаһы был ваҡиғаға бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерә.
Райондың Ҡарман ауылында балалар йәшенмәк уйнарға була. Һигеҙ йәшлек бала иҫке һыуытҡыста йәшенә. “Мир” совет һыуытҡысы ихатала һарай янында торған. Тик малай уның эстән асылмағанын белмәгән. Күрәһең, эҫелә ул сыға алмай тонсоҡҡан. Кис юғалған баланы төнгө икеләр тирәһендә саҡ табалар...
– Барыбыҙ өсөн был ҙур бәлә. Бик һәйбәт ғаилә, балалар тәрбиәле, әсәләре уларҙы ныҡ ярата. Күмәкләп ҡайғырабыҙ, – тигәндәр Ҡарман ауыл советында.
Был ғаилә күп балалы булған. Ир менән ҡатын айырылышһа ла, аталары даими килеп балалары менән күрешкән. Тонсоҡҡан малай иң бәләкәсе булған.
– Изге күңелле, һәйбәт, аҡыллы бала ине. Ғаиләләре лә татыу, бер-береһе өсөн үлә яҙып торалар. Ишетеүемсә, был иҫке һыуытҡысты әллә ҡасан сығарып ташларға йыйынғандар, тик өлгөрмәнеләр, – тигән уларҙың күршеһе.
Яҡындары белдереүенсә, әле малайҙың әсәһе шок хәлендә, был хәлгә ышана алмай. Уйламағандан сыҡҡан аңһыҙ бәлә шул.
Әле тәфтишселәр был хәлде өйрәнә. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас