Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Июля 2021, 10:35

Күңел яралары уңалмай...

Мединституттың ишегенән сыҡ­ҡас та Гөлиә иркен тын алып ҡуйҙы, әйтерһең дә, бөтә насарлыҡты, ҡайғы-хәсрәтен шунда ҡалдырҙы. Документтарын ҡулына тотоп ҡайтып ингән ҡыҙға бүлмәләш әхирәттәре берсә ғәжәпләнеп, берсә аптырап, берсә йәлләп ҡараны. Тик ул ныҡлы ҡарар иткәйне: “Вуздан китергә!” Әгәр ҡалһа, күҙ алдында һәр саҡ ҡайғылы бала сағы, ата-әсәһе, ҡанлы йәкшәмбе торасаҡ... Бигерәк тә мед­институттың мәйетха­наһынан һуң...

Йәкшәмбе һайын ҡыҙҙарҙың дүртеһенең дә бүлмәлә ултырыуы ғәҙәткә инде. Һәр кем үҙ эше менән булды: Фәриҙә бәйләмгә тотондо, Әлиә – кухняла дежур, тамаҡ хәстәрләне, Миңзифа иҙән йыуҙы, ә Гөлиә халатын йыуып, үтекләргә кереште... Иртәгә беренсе тапҡыр мединституттың мәйетханаһына барасаҡтар... Гөлиә ҡараңғы бүлмәгә иң һуңғы булып ҡурҡа-ҡурҡа инде. Профессор Серегин утты яҡтыртҡас, студенттарҙың барыһы ла бер аҙым артҡа сигенеп ҡуйҙы. Бүлмә уртаһындағы өҫтәлдә ап-аҡ простыня ябылған мәйет ята. Профессор, простыняны асып, студенттарҙы өҫтәл янына яҡыныраҡ килергә саҡырҙы. Иң артта торған Гөлиә лә ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡарашын өҫтәлгә күсерҙе.
Унда һуҙылып ҡына йәп-йәш ҡатын ята. Ҡыҙ ҡараштарын аҫҡа төбәне... Ҡатындың ап-аҡ кофтаһы йөрәк тапҡырында ғына ҡап-ҡара ҡанға буялған. Гөлиә ҡапыл артҡа сигенде, күҙ алды ҡараңғыланды, ҡолаҡтары шаулап, башы әйләнде һәм үҙен-үҙе белештермәй, йөрәк ярырҙай тауыш менән: “Әсәй!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә иҙәнгә ҡоланы... Иҫенә килгәс тә ни булғанын төшөнөп етмәне. Ҡараштарын түшәмгә төбәп, ятты ла ятты... Күҙе алдында – ҡанға буялған ҡулдар, бармаҡтар араһынан һарҡып сыҡҡан ҡап-ҡара ҡан... Нисәмә йыл Гөлиә ошо ҡурҡыныс күренеште иҫләмәҫкә тырышты. Тик мединституттағы хәл уны тағы ла үткәндәргә, бала сағына алып ҡайтты... Ул беренсе класты тамамлаған йылдың йәмле май айы... Әсәһе менән мәктәптән ҡайтышлай һеңлеһе Әлиәне балалар баҡсаһынан инеп алдылар. Аталары шәмбелә ял итә, былар ҡайтыуға тәмле итеп табала бәрәңге ҡурған, мунса яҡҡан. Дүртәүләп тамаҡ туйҙырғас, баҡсаға сыҡтылар. Атаһы ер ҡаҙҙы, әсәһе түтәл эшләп, кишер, сөгөлдөр ултыртты, ҡыҙҙар бәләкәй биҙрәләренә һалып, ер ташыны... Тышта бигерәк күңелле: эргәлә генә ағып ятҡан Сауыл йылғаһының селтер-селтер йырлаған тауышына ҡоштар сутылдауы килеп ҡушыла.
Муйыл ағастары шау сәскәгә төрөнгән, тик бер кәкүк кенә үҙенә урын тапмай, әле теге, әле был муйылға ҡунып, йөрәкһеп, саҡыра ла саҡыра. Өй алдындағы муйылда саҡыра торғас, Гөлиәләр эшләп йөрөгән емеш баҡсаһының бағанаһына килеп саҡыра башланы. Саҡырҙы-саҡырҙы ла осоп үтеп, өй ҡыйығына ҡунып, саҡырырға тотондо. Аталары ҡурҡытып ебәргәс, быларҙың баш осонан саҡырып үтеп, муйылға ҡунды. Хәмдиәнең күңеле шомланды, тик иренә, балаларына һиҙҙермәҫкә тырышты. – Нимәгә был кәкүк ошонда һарылып-һарыла? Хәмдиә, иренең һүҙҙәренә яуап итеп: – Кәкүктең ҡысҡырыуҙан башҡа ни эше бар, әйҙә саҡырһын, – тигән булды. Ә шулай ҙа үҙе тиҙ генә ҡайтыу яғына әйҙәләне. Кискә ҡарай ғына сыҡһалар ҙа, байтаҡ эш эшләнеләр. Ҡояш байыуға арҡан буйы ҡалғас, мунса әҙер булған тип, көрәктәрен мөйөшкә ҡуйып, өйгә инделәр. Мунсала йыуынып сыҡҡас, Хәмдиә пирожки бешерҙе, ҡыяр, помидорҙан салат яһаны. Һөттә бешерелгән туҡмаслы ашты ҡыҙҙары бигерәк яратып ашаны.
Барыһы ла телевизорҙан йәнһүрәт ҡарарға ултырҙы. Әлиәләре ултырған ерҙән йоҡлап китте. Әсәләре һаҡ ҡына бәләкәс ҡыҙын ҡулдарына алды, бәпес сағындағы кеүек, оҙаҡ ҡына бәүелтеп торҙо, битенән, маңлайынан үпте. Әллә һиҙенә инеме икән Хәмдиә сабыйын һуңғы тапҡыр ҡосағына алыуын? Һиҙенә инеме икән әсә күңеле? Улар был кистә һуң ғына йоҡларға ятты... Тик Хәмдиә йоҡлап китә алмай, әйләнде лә тулғанды. Ниңәлер күңеле тынғылыҡ тапмай, шомландырып, бынау кәкүге лә гел улар тирәһендә урала. Теге көндө лә ҡатын ауылдарына ҡайтыр өсөн, автобусҡа тип, сыҡҡайны, урам ҡапҡаһына етер-етмәҫ, уға һуғыла яҙып, кәкүк осоп үтеп, ҡапҡа бағанаһына ҡунып, саҡыра башланы. Ул ҡулдарын һелтәп, “көш-көш” тип ҡыуалаһа ла, ҡош бер ни булмағандай, саҡырып ултыра бирҙе. Таш алып бәргәс, муйылға барып ҡунды. Ауылға ҡайтып, ата-әсәһен күреп килде Хәмдиә, яҡын ара булһа ла гел генә ҡайтып йөрөй алмай шул, үҙе уҡыта, оло ҡыҙы беренсегә барҙы, бәләкәсе яслегә йөрөй, ә ире иртән эшкә китеп, һуң ҡайта. Шул бер ял – йәкшәмбе инде.
Унда кер, иҙән йыуып, мунса инеп, тағы ла дәрескә әҙерләнәһең. Ата-әсәһе лә ҡартайған, кәртә тултырып мал тоталар. Әсәһенә – етмеш биш, атаһына етмеш бер тулды. Ата-әсәһе менән өйләнмәгән ҡустыһы йәшәй. Донъя­ларын шул ҡустыһы көтөшә.... Уйҙарға бирелеп ята торғас, ҡатын ойоп китте. Серем итергә лә өлгөрмәне, ҡапыл кемдер солан ишегенә типкәндәй булды. Хәмдиә һикереп килеп торҙо, сәғәткә ҡараны, дүртенсе ун минут. Кемдәрҙер тышта тауышланғандай, тағы ла ныҡ итеп солан ишегенә тибеп, ишекте ныҡ итеп тарттылар. Ире лә килеп торҙо, ҡыҙҙар бүлмәһенән Гөлиә йүгереп килеп, әсәһенең ҡулына йәбеште.
Тышта мөгөр-мөгөр иткәндәй булдылар: – Ас, асмаһаң, емереп инәм! – Кем булыр икән төн йөҙөндә? Хәмдиә ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш: – Асма, Әлим, асма, мин ҡурҡам, – тине ҡалтырана-ҡалтырана. Ишекте бер туҡтауһыҙ төйҙөләр ҙә төйҙөләр. Әлим түҙмәне: – Һеҙ ятығыҙ. Гөлиәне йоҡларға һал. Мин хәҙер... – Шулай тине лә Әлим соланға сыҡты, уның, келәне ысҡындырып: – Кем йөрөй, нимә кәрәк төн уртаһында? – тигән тауышы ишетелеп ҡалды. Хәмдиә ҡыҙын йыуата-йыуата урынына һалды ла: – Йоҡла, ҡыҙым, беҙ хәҙер. Йоҡла, ҡурҡма... Ҡыҙының юрғанын ҡымтып япты ла Хәмдиә ире артынан сыҡты. Ҡайһылай матур таң, эргәләге муйылда һандуғас сутылдай, яҡында ғына кәкүк саҡыра.
“Тағы ла шул кәкүк!” – тип уйлап ҡына өлгөрҙө. Ҡапыл кемдер соланға һикереп менде... – А-а-а-а! – тигән йөрәк өҙгөс тауыш йылға буйын яңғыратты. Гөлиә һәр тауышҡа һиҫкәнеп кенә ята ине. Ҡапыл әсәһенең ҡысҡырған тауышын ишетеп, һикереп торҙо ла: – Әсәй, әсәй! – тип ҡысҡырып, йүгереп соланға сыҡты. Ни күрә – әсәһе соландың иң өҫкө баҫҡысында сүкәйеп ултырған да ике ҡулы менән күкрәген тотҡан. Йөрәген баҫҡан ҡулының бармаҡтары араһынан бер туҡтауһыҙ ҡап-ҡара ҡан аға, оҙон һүтелгән толомдары яурыны аша тотош арҡаһын ҡаплаған. Гөлиә: – Әсәй, әсәй! – тип йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә әсәһен ҡосаҡлап алды. Тик әсәһе, быуынһыҙ булып, артҡа йығылды... – Атай, атай! Һин ҡайҙа? Кил тиҙерәк, әсәйемә әллә нимә булған! Гөлиә нимә эшләргә белмәне, атаһын эҙләп, йүгереп урамға сыҡты.
Тышта апаруҡ яҡтырған, зәңгәрләнеп кенә таң һыҙыла. Ҡыҙыҡай, атаһын эҙләп, тегеләй-былай йүгерҙе. Күҙе түбәлек алдында ятҡан нимәгәлер туҡталды. Йәшәреп кенә шытып килгән үлән өҫтөндә салҡатан ятҡан атаһын күрҙе. – Атай, атай, һиңә нимә булды? Тор әле, әсәйемә әллә нимә булған... Гөлиә атаһын ҡулынан тартып торғоҙмаҡсы булды, тик ул ҡуҙғалманы. Ҡулы йылы, тик ауыр ине... Ете йәшлек кенә ҡыҙ бала солан менән түбәлек араһында нимә эшләргә белмәй: “Әсәй, әсәй, атай, атай, тороғоҙ!” – тип ҡысҡырып, илай-илай йүгерергә тотондо. Йөрәк­кенәһе, ҡапҡанға эләккән турғай бала­һылай, тыпырсынды. Ни эшләргә белмәй, күрше Фатима инәйҙәренә йүгерҙе... Аҙаҡ Гөлиә бер нәмә лә ишетмәне лә, күрмәне лә шикелле. Башы әйләнеп, кешеләр араһында буталып йөрөнө лә йөрөнө... Урам, өй кешеләр менән тулды. “Тиҙ ярҙам” һәм полиция машиналарының сиренаһын да ишетмәне, атаһын, әсәһен машинаға һалып алып киткәндәрен дә, олатаһы менән өләсәһенең еңел машинанан төшөп, быуынһыҙ булып, атлай алмай, йәшел үлән өҫтөндә тәгәрәп йөрөп ила­ғанын да төш кеүек кенә хәтерләй...
Бәләкәй һеңлеһе Әлиәнең бер туҡтауһыҙ: “Әсәй, әсәй!” – тип мыжығанын, Гөлиәнең уны күтәрергә көсө етмәй, һеңлеһен ҡосаҡлап, өләсәһенә ҡушылып илағаны ғына хәтерендә... Ул фажиғәгә ун өс йыл ваҡыт уҙҙы. Ҡыҙ, мәктәпте тамамлап, мединститутҡа уҡырға инде, һеңлеһе һигеҙенсе класта уҡып йөрөй. Уларҙы әсәләренең бер туған һең­леһе Нәжиә үҙенең ғаиләһенә тәрбиәгә алды. Олатаһы менән өләсәһе лә ныҡ ҡартайҙы. Шәмбе еткән һайын Гөлиә улар янына ауылға ҡайтырға ашҡынып тора. Яйлап-яйлап, һыҙлатып, әсеттереп яралар уңалғандай булғайны ла... Күңел яралары һис тә уңалмай икән... Медин­ституттың мәйетханаһындағы мәйетте күреү был яраларҙы яңынан ҡуҙғатты...
Әнисә АҪЫЛҒУЖИНА.
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас