- Мине әрмәндәрҙән кәм тип беләһеңме?! – тип зәһәрләнде. Әлиә, үҙенә яҡынлашҡан ирҙе этеп ебәреп, ишеккә ынтылды. Тегеһе нимәгәлер эләгеп иҙәнгә ҡоланы ла, тора һалып ҡыҙ артынан ташланды һәм тышҡы ишектең йоҙағын асырға маташҡан Әлиәне эләктереп, һүгенә-һүгенә муйынына бармаҡтарын батырҙы. Ҡыҙҙың һәленеп төшкән ҡулына ишек төбөндә һөйәүле торған балта һабы эләкте һәм ул, бар көсөн йыйып, балта менән үҙен быуыусының башына тондорҙо. Нурғәли йыртҡыс тауышы сығарып аҡырып ебәрҙе лә, ҡулдарын ысҡындырып, ҡан бәргән ҡолаҡ төбөнә баҫты. Үҙ-үҙен белештермәгән ҡыҙ, ҡоторған эттәй ажарланып, әсәһе ятҡан бүлмәгә барып инде. Атаһын юғалтыу ҡайғыһы, һуңғы йылдарҙа әсә һөйөүен тоймай, йүнле кейем күрмәй, аслы-туҡлы йәшәү, иҫерек әҙәмдәрҙең әшәке һүҙҙәре, мәсхәрәләнгән тән, әсенеп түгелгән күҙ йәштәре барыһы ла бергә уҡмашып, йөрәгендә ҡайнар ташҡын булып урғылып тышҡа бәреп сыҡты. Иҫереп йоҡлап ятҡан әсәһе ҡыҙҙың күҙенә бар бәлә ояһы булып күренде. Әсәһенең ҡапыл ғына уянып, баш осонда күтәрелгән балтаны ла шәйләмәй: “Һинме, ҡыҙым?” - тип тип йылмайып, йомшаҡ ҡына өндәшеүе ҡыҙҙы ҡапыл ғына айнытып ебәрҙе. Әле генә бар ғазаптарының башы булып күренгән кеше элекке ул яратҡан әсәһенә әүерелгәндәй булды. Башына тоҫҡап һелтәнгән балта мендәренә ҡаҙалды. Ҡыҙ ҡапыл иҙәнгә тубыҡланып, ҡулдары менән битен ҡаплап ярһып-ярһып иларға тотондо…