Бөтә яңылыҡтар

ҺЫУЫТҠЫС ЭСЕНДӘ БАЛА ҮЛГӘН

Балалар шәхси йорт ихатаһында йәшенмәк уйнаған

Был хәл Башҡортотсандың Яңауыл районының Ҡарман ауылында 1 июлдә булған.
“Башиформ” үҙенең сығанағына һылтанып хәбәр итеүенсә, балалар шәхси йорт ихатаһында йәшенмәк уйнаған. 8 йәшлек малай иҫке һыуытҡыс эсенә йәшенгән һәм уны эстән кире аса алмаған. Ул эҫе көндә ҡыҙған тимер һыутҡыс эсендә кислород етешмәгәнлектән иҫен юйған һәм ярҙамға саҡыра алмаған, һөҙөмтәлә тонсоғоп үлгән, тип фараз ителә.
Фото: СКР по РБ
Автор:Роза Тазетдинова