Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Июль 2021, 10:32

Ҡотлайбыҙ!

Мөкәй ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Хәмитов Илшат Миң­нислам улын 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байра­мың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шат­лығы, киләсәктә лә беҙгә терәк, таяныс булып бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Ҡотлайбыҙ һине юбилейың менән,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй гел йылмайып йәшә,
Йөҙөң ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелеңдә.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп
Булайыҡ беҙ ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Айгөл һәм улдарың Илназ, Алмаз, Инсаф.
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас