Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлегендә 14 хеҙмәткәр эшләй. Улар араһында ҙур тәжрибәгә эйә булғандар ҙа, йәш кадрҙар ҙа бар. Полиция лейтенанты, инспектор Рөстәм Яҡупов – үҙ эшенә яуаплы ҡараған инспекторҙарҙың береһе. Сахай ауылы егете тәүҙә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлай, һуңынан әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандан һуң БДУ-ның хоҡуҡ институтында ситтән тороп белем ала. Рөстәм Рәүфәт улы хеҙмәт юлын Эске эштәр министрлығының айырым батальонында башлай, һуңынан районға ҡайтып, ЮХХДИ бүлегенә урынлаша.
- Эш еңелдәрҙән түгел, әммә оҡшай. Районыбыҙ аша ике трасса үтә, шуға ҡағиҙә боҙоуҙар, авариялар йыш теркәлә. Бигерәк тә тиҙлекте арттырыу, эскән килеш руль артына ултырыу кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар күп осрай. Мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, ә гәзит уҡыусыларға хәүефһеҙлек ураһында онотмауҙарын теләйем, - ти Рөстәм Рәүфәт улы.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.