Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
2 Июля 2021, 04:27

“Бесәнде һутлы сағында әҙерләп ҡалырға кәрәк”,- ти фермер Нәсим Садиҡов

Районда тулы ҡеүәттә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы бара. Уны ваҡытында әҙерләү мөһим икәнен аңлап, ауыл хужалығы йәмғиәттәре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша.

Яуаплы мәлдә “Садиҡов” крәҫ­тиән-фермер хужалығы ерҙәрендә лә эш ҡайнай. Бында ауыл эшсәндәре мал аҙығы – бесән әҙерләү менән мәшғүл.
- Был миҙгелгә ентекле әҙерләндек: техникалар, агрегаттар төҙөклән­дерелде, яғыулыҡ-майлау материал­дары менән тәьмин ителдек. Беҙҙең өсөн урып йыйыу осоро башланды. Әлеге көндә 300 гектар ерем бар. Уның 100 гектарында бесәнлек булһа, 200-ндә иген куль­тура­лары – бойҙай, арпа, һоло, арыш үҫтерәм.
Бына әле үләндең иң өлгөргән сағында сабып, йыйып, төктәргә урай­быҙ. Мал аҙығы менән олокүлдәрҙе тәьмин итеүҙән тыш, ҡоролоҡ ныҡ булған көньяҡ райондарҙа йәшәү­селәргә һатабыҙ. Малдарҙы имен-аман ҡышлатыу өсөн аҙыҡтың сифатлы һәм ваҡытында әҙерләнеүе мөһим. Үләнде сәскә атҡан сағында сабып өлгөрөү яҡшы. Көн ифрат эҫе булһа ла, механизаторҙар Хәмит Батталов, Радмир Шәрәфетдинов мал про­дукцияһын етештереү өсөн алһыҙ-ялһыҙ тырыша. Әйткәндәй, уларҙың икеһе лә был фермер хужалығында тиҫтә йылдан артыҡ хеҙмәт итәләр. Улым Азат һәм ағайым Нәфис Садиҡовтар ҙа төрлө эштәрҙә булыша. Келәт мөдире Владимир Васильев ырҙын табағында ғына түгел, бар эштәрҙә ярҙамлаша. Шулай уҡ МТС йәмғиәте ҡеүәтле техникалары менән ярҙамға килә: уларға Данис Ғәйнуллин һәм Марсель Фәйзуллин идара итә. Механи­заторҙарҙы ашнаҡсы Гүзәл Нурғәлиева ике тапҡыр бешереп ашата, - тине фермер Нәсим Садиҡов.
Районда фермерҙар байтаҡ ҡына. Улар араһында Нәсим Нурлығаян улы ла инде 20 йылдан артыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ә эшҡыуар булырға тик баҙнатлы, булдыҡлы, ҡыйыуҙар ғына йөрьәт итә. Тәүҙә ул оҙаҡ йылдар 3500 гектар ерҙә эшләй, бер нисә йыл элек сәләмәтлеге ҡаҡшау арҡаһында ерен ҡыҫҡартырға тура килә. Нисек кенә ауыр булһа ла, тырыштар әмәлен таба. Йүнселдәр һәм егәрлеләр заманы бит. “Булдыҡлы булһаң, алдыңа алған эште атҡарып сығып була, тик һуңыраҡ ятып, иртәрәк торорға, тырышып, сәмләнеп эшләргә генә кәрәк”, - тигән һүҙҙәр менән хушлашты ул.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас