Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июль 2021, 11:34

Мине иремдең ағаһы ярата...

Ишектән кереүгә ҡосаҡлап алды: «Һағындым», – ти.Юҡ, туғаны кеүек кенә ҡосаҡламаны ул мине, бөтөнләй башҡаса итеп – ир-ат яратҡан ҡатын-ҡыҙын ҡосаҡлаған кеүек ҡосаҡланы...

Иремдең ағаһының үҙемә күҙе төшөүөн мин беренсе күрешеүебҙҙә үк һиҙҙем. Беҙ әле ул саҡта өйләнешмәгән инек, буласаҡ ирем мине ата-әсәләре менән таныштырырға ауылдарына алып ҡайтты. Бер ҡалала йәшәһәк тә, әле ағаһы менән дә осрашып танышырға тура килмәгән ине. Улар ике генә бер туған. Ағаһының өйләнгәнен, ике кескәй балалары барын белә инем. «Ағайҙарға ҡунаҡҡа барайыҡ», – тип, ул мине бер нисә тапҡыр саҡырып ҡараны. Ниңәлер аяғым тартманы – гел һуҙҙым. Юҡҡа булмаған икән...
Ағаһы ул көндө Бер үҙе генә ҡайтҡан ине. «Ҡыҙыбыҙ әҙрәк ауырып тора, шуға өйҙә ҡалдылар», – тине. Ишектән кереүгә беҙҙең күҙҙәр осрашты... Шунда уҡ терт итеп ҡуйҙым: ул миңә ҡустыһының буласаҡ ҡатынына ҡараған кеүек кенә ҡараманы. Күҙҙәрендә бөтөнләй башҡа ҡыҙыҡһыныу ине. Үкенес тә бар кеүек ине. Ҡатын-ҡыҙ бындай нимәләрҙе бик тиҙ һиҙә бит.
Шул ҡайтыуҙа уҡ, яңғыҙымды ғына туры килтереп: «Их, һин миңә ниңә әҙерәк алданыраҡ осраманың икән?» – тине. Мин, әлбиттә, Бер ни ҙә аңламамышҡа һалыштым. «Ниңә улай тиһегеҙ?» – тип тә ҡайтарып һораманым.
Дөрөҫөн әйтәм: әгәр алданыраҡ ағаһын осратырға тура килһә, мин дә иремде түгел, ағаһын һайлаған булыр инем. Улар бер-береһенән бик ныҡ айырылалар. Ағаһы күпкә сибәрерәк, буйы ла оҙонораҡ. Спорт менән шөғөлләнә – кәүҙәһенә ҡарауға был күренеп тора. Ҡыҙыҡ һөйләй белә – ауыҙына ғына ҡаратып тора. Тик иремдең холҡо һәйбәтерәк, ул тынысыраҡ, сабырыраҡ, иплерәк. Мин уны беренсе сиратта шуның өсөн яҡын иткән инем.
Без өйләнешеп ирем менән бергә йәшәй башлағас, ағаһы, әле бер, әле икенсе сәбәп табып, беҙгә кергәләй башланы. Ирем юҡта ла килеп керә. Минең эшем шундай – күберәк өйҙән эшләйем. Ул шуға күрә ҡасан керһә лә, өйҙә булғанымды белә. Ишек төбөнән дә кире бора алмайым – иремдең ағаһы бит. Күп ваҡыт: «Үҙебеҙгә тиклем ҡайтып йөрөргә йыраҡ, бер сынаяҡ сәй генә эсеп сығайым әле», – тип килеп керә ул. Әйтәм бит, нисек уға: «Юҡ», – тиәһең, өйгә уҙарға саҡырам, табын әҙерләйем. Һөйләшергә, янында ултырып, бергә сәй эсәргә тура килә. Ә уның һүҙе гел бер тирәлә әйләнә: һаман үҙенең мине оҡшатыуын әйтергә теләй.
Ике аҙна күренмәгән ине, кисә тағы керҙе бына. Ишектән кереүгә ҡосаҡлап алды: «Һағындым», – ти. Юҡ, туғаны кеүек кенә ҡосаҡламаны ул мине, бөтөнләй башҡаса итеп – ир-ат яратҡан ҡатын-ҡыҙын ҡосаҡлаған кеүек ҡосаҡланы. Оҙаҡ ҡына ебәрмәй торҙо әле. Үҙем дә онотолоп китеп ҡосағында баҫып торғанмын. Юҡ, әрһеҙләнмәне ул, нисектер шулай килеп сыҡҡанға үҙе лә уңайһыҙланды. Һәр ваҡыттағыса сәй ҡуйҙым, уны ла эсмәне. Миңә ҡарап тик ултырҙы. «Нисек йәшәргә лә белмәйем хәҙер. Күңелем гел һиңә тартыла. Дөреөҫ түгел икәнен дә беләм, әммә үҙемде Бер ни эшләтә алмайым. Ике аҙна һеҙгә кермәйенчә торҙом бына. Шунан артығына түҙә алманым, аяҡтарым үҙҙәре һиңә алып килде», – ти. Мин уны һүҙһеҙ генә тыңланым. Нимә тип яуап бирергә лә белмәнем. Күңелемдең уға тартылыуын күҙҙәремдән былай ҙа күрәлер инде ул.
Киткәндә ул мине тағы ҡосаҡланы һәм үпте лә. Ирем былай итеп үпмәй шул...
Ағаһы артынан ишекте ябыуға иларға тотондом – көскә тынысландым. Үҙ-үҙемде күрә алмайым. Мин бит уға: «Юҡ!» – тип әйтергә тейеш. Аҡылым менән быны аңлайым, тик йөрәгем тыңламай. Ирем был хаҡта белһә, ағаһын мәңге кисермәйәсәк – ике туған араһын боҙарға хаҡым юҡтыр. Минең күңелдә ниҙәр ҡайнағанын белһә ниҙәр булаһын да күҙ алдыма килтермәйем – шул тиклем ярата бит ул мине. Бала табыуымды көтә. Ә мин әлегә ҡурҡам – башта уйҙарымды тәртипкә һалырға кәрәк. Тик быны нимәнән башларға ғына белмәйем. Ағаһына: «Башҡа беҙгә кермә», – тип әйтеүҙәнме икән? Әллә иремә быны нисектер белгертергәме һуң? Ҡайһыһы дөрөҫөрәк булыр икән? Яңылышҡым бер ҙә килмәй бит. Мин яңылышһам, Бер юлы ике ғаилә емереләсәк бит хәҙер. Киләһе аҙнаға оло ҡыҙҙарының тыуған көнө, беҙгә лә барырға тура киләсәк. Үҙемде уларҙа нисек тотармын, бөгөндән үк ҡурҡам.
Лилиә(Исемемде үзгәртеп яҙҙым.)
  • Автор:Эльнара Шаймарданова
    Читайте нас: