Даирә
+30 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
29 Июня 2021, 06:35
Төҙөлөш материалдарына хаҡ ҡырҡа артты
Сәбәбе...
Һуңғы айҙарҙа кибеттәрҙәге төҙөлөш материалына хаҡ, тиҫтәләрсә, ә ҡайһы бер урында бер нисә йөҙ процентҡа артты. Рәсәй Банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, яҡын арала был фатирҙарға хаҡтың арта башлауына килтерәсәк.
“Инфляция тиҙләнеш алды, әлбиттә, ләкин гиперинфляция тураһында һөйләү арттырыу булыр ине”, – тине Дәүләт Думаһының өс комитетының берлектәге ултырышында Рәсәй Банкы рәйесе урынбаҫары Алексей Заботкин.
Уның әйтеүенсә, быйылғы апрелгә дөйөм инфляция былтырғы апрелгә ҡарата 5,5 процентҡа артты, ә төҙөлөш материалдарына хаҡты тиҫтәләрсә тапҡырға күтәрҙеләр. Бигерәк тә ағас, ағас юнысҡыһы, металл әйберҙәргә, түбә материалдарына, торбаға хаҡ артҡан, ә обойға, мәҫәлән, күтәрелмәгән тип әйтерлек. Заботин раҫлауынса, хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеү процесы бөтә донъяға хас.
Сәбәбе: тәрән көрсөклө 2020 йылдан һуң иҡтисад үтә тиҙ аяҡҡа баҫа башланы, ә дөйөм иҡтисад тотороҡлана башлағас та был инфляция “күбеге” тора-бара “шиңәсәк”. Тик шуныһы – күпселек йәйге айҙарҙы төҙөлөш өсөн файҙалана: кем йорт һала, кем баҡсаһында өй ҡора, кем фатир ремонтлай... Инфляцияның түбән тәгәрәүен көтөргә булһаҡ, көҙ һәм ҡыш етмәҫме?
Фото: yandex.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/T--l-sh-materialdarina-ha--ir-a-artti-841695/
Автор:
Фируза Рахматуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!