Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Июня 2021, 06:49

Ҡыҙыл ҡарағаттан соус

Кәрәк: 1,5 кг ҡыҙыл ҡарағат, 250 – 300 г шәкәр, ярты стакан 9 процентлы аш һеркәһе, ҡалаҡ осонда төйөлгән имбирь,

дәрсен (корица), ҡыҙыл һәм ҡара борос, тоҙ.
Ҡарағатты йыуып, һыуын һарҡытып, иләк аша үткәрергә. Блендерҙа иҙеп, үткәрергә лә була. Еләкте кәстрүлгә һалып, уртаса утҡа ҡуйырға, шәкәр ҡушырға. Ҡайнап сыҡҡас, тәмләткестәр өҫтәргә. Утта ярты сәғәт тоторға. Һуңынан аш һеркәһе һалып, стерилләнгән банкаларға тултырырға.
Фото т.роза
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас