Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
23 Июня 2021, 07:03

Кеше ғүмере һағында

Район Мәҙәниәт һарайында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы.

Был тантана тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға арналды. Табип һөнәре элек-электән булған, әле лә аҡ халатлылар күрһәткән хеҙмәт, ярҙамһыҙ булмай: был тормошта һәр беребеҙгә дауахана юлын тапарға тура килә. Ғүмеребеҙҙең тәүге минуттарынан аҙағына тиклем уҡ табип ярҙамына мохтажбыҙ.
Байрам тантанаһын “Далан” өлгөлө халыҡ ансамбле “Башҡорт сувениры” бейеүе менән асып, йыйылыусыларға күтәренке кәйеф бүләк итте. Артабан муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе:
- Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ һеҙ операция өҫтәле янында тораһығыҙ, кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ. Донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ.
Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ һәм оҫта эш итеүегеҙ, йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.
Байрам тантанаһын дауам итеп, район башлығы Әлфир Фәрхәт улы бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө дәрәжәләге Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Раушания Йомағолова “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” түш билдәһе менән бүләкләнде. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты район үҙәк дауахана һының участка табип-терапевы Зөлфиә Хәмитоваға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Миләүшә Яхина бүләк ләнде. Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау ми нистрының Рәхмәт хаты менән үҙәк район дауаханаһының физиотерапия бүлек сәһенең шәфҡәт туташы Гүзәлиә Абдуллина, Covid-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыу осоронда халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Ҡырмыҫҡалы ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе водителе Ришат Яппаров бүләкләнде.
Артабан үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдинов үҙ сығышында барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларҙың иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүе хаҡында әйтеп үтте.
- Коллективыбыҙ пандемия арҡаһында ауыр осор кисерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙең берҙәмлегегеҙ, егәрлегегеҙ арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Беҙ бирешмәнек һәм ауыр саҡтарҙа ла бергә булғанығыҙ өсөн һеҙҙең менән ғорурланам. Бөтәгеҙҙе лә һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем,- тине һәм оҙаҡ йылдар район халҡы һаулығы һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәрен үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән һәм профсоюз ойошмаһының йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри союзы һәм Башҡортостандың республика ойошмаһы комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән табиплыҡ комиссияһы мөдире Әлиә Хафизова, медицина статистигы, беренсел профсоюз ойошмаһының комиссия ағзаһы Татьяна Зәйнуллина, профсоюз ойошмаһының спорт буйынса ағзаһы, гараж начальнигы Азамат Әминев һәм кадрҙар менән эшләү буйынса әйҙәүсе белгес Лиана Килдийәрова бүләкләнде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ эшенә тоғро кешеләр генә эшләй, улар киң күңеллеләр, сабырҙар, сөнки хеҙ мәт тәренә иң ҙур ҡиммәт – кеше ғүмере һәм һаулығы һа лын ған. Сара һуңында район Мәҙәниәт һарайының артистары һәм үҙешмәкәрҙәр медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт йөҙөнән матур концерт номерҙары тәҡдим ителде. “Далан” өлгөлө халыҡ ансамбле дәртле бейеүҙәре менән күңелдәрҙе елкендерһә, “Сатҡылар” башҡорт халыҡ театры коллективының сығыштары, Айгөл Буранбаева, Эльвина Бакирова, “Дәрт”, “Виват” һәм “Йәш күңелдәр” во каль ансамблдәренең моңло йырҙары күңел ҡылын тибрәтте.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас