Даирә
+27 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
22 Июня 2021, 05:25

Ярыштан ҡайтып килгәндәр...

Рулдә - балаларҙың тренеры ултырған. Аяныслы хәл һөҙөмтәһендә еңел машина эсендә ултырған 10 йәшлек малай шунда уҡ һәләк булған.

Кисә Кушнаренко районында трассала булған ҡот осҡос юл фажиғәһе хаҡында яҙғайныҡ инде. ЮХХДИ мәғлүмәттәренән шул билдәле: үлемесле авария Мәскәү - Өфө автомобиль юлында көндөҙ була.
Әле асыҡланыуынса, 55 йәшлек Өфө кешеһе "Ford Escare" машинаһында юл ситендә туҡтап торған "Scania" йөк машинаһына барып бәрелә. Уның тренер булыуы билдәле, ир балаларҙы үҙ машинаһына ултыртып, хоккей буйынса ярыштарҙан ҡайтып килгән. Аяныслы хәл һөҙөмтәһендә еңел машина эсендә ултырған 10 йәшлек малай шунда уҡ һәләк булған, водитель-тренер һәм 11 йәшлек икенсе малайҙы дауаханаға оҙатҡандар.
Юл фажиғәһе буйынса ентекле тикшереү бара. Был хәл буйынса БР Тәфтиш комитеты шулай уҡ тикшереү алып барасаҡ.

Балаларын тренерға ышанып тапшырып ебәргән ата-әсәнең күтәргеһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Дауаханаға эләккәндәрҙең шәберәк һауығып сығыуын теләйбеҙ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас