Даирә
+30 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Июня 2021, 13:34

“Һуғыш балалары” социаль клубы асылды

Легендар яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы – Шайморатовта Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған тантаналы митинг уҙҙы. Уның барышында бында республикала беренсе “Һуғыш балалары” социаль клубы асылды. Киләсәктә бындай клубтар республиканың башҡа райондарында ла барлыҡҡа киләсәк.

Сарала район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Өсөнсө быуын университеты етәксеһе Рафиҡ Хәйҙәров һәм Шайморатов ауыл биләмәһендә йәшәүсе, ил менән бергә ауыр һынауҙар кисергән һуғыш осоро балалары ҡатнашты.
Быйылғы йылдың майында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән “Һуғыш осоро балалары тураһында” закон ҡабул ителгәйне. Уның буйынса 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем осорҙа тыуғандарға “Һуғыш балалары” тигән статус бирелә, уларға медицина ярҙамын алырға өҫтөнлөклө хоҡуҡ, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сираттан тыш юллама алыу, бер тапҡыр бирелә торған түләү йәһәтенән социаль ярҙам саралары тәҡдим ителәсәк.
Тантаналы шарттарҙа Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Әлфир Сабиров Шайморатов ауыл биләмәһендә йәшәүсе 54 кешегә “Һуғыш балалары” танытмаларын тапшырҙы. Шулай уҡ “Добродомик” шәфҡәтлелек фонды өлкән кешеләргә бүләктәр таратты.
Фәниә Сәлимгәрәева
Мәҡәләне тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас