Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Июня 2021, 06:16

Хәмитова Лена Әбд­рә­хим ҡыҙына

Мөкәй ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле ҡатыным, ҡәйнәбеҙ, өлә­сәйебеҙ Хәмитова Лена Әбд­рә­хим ҡыҙын 80 йәшлек юби­лейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә кү­гебеҙҙә балҡыған яҡты яҙғы ҡояш кеүекһең. Һин тыуған йортобоҙҙоң тотҡаһы. Яғым­лы һүҙҙәреңде ишетеү, арҡа­нан һөйөп яратыу­ҙарыңды тойоу - үҙе бер бәхет. Һин бул­ғанда тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Беҙ­гә биргән матур тәрбиәң, ҡайнар мөхәббәтең, хәстәр­легең, сабырлығың, һаман беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн рәхмәт.
Ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, бала­ларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен.
Ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсә­ләрең­дең матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйө­нөс­тәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисе­реп, яҡын­дарыңа йәшәйеш сығанағы булып, имен­лектә, бәхеттә, күңел нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә.
Сәләмәт бул, ҡәҙерлебеҙ, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үреңә.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән йәмле,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Камил, киленең Рима, ейәндәрең Рәмил, Радмир, киленең Фәнилә, бүләң Равил.
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас