Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Июня 2021, 06:34

БЕР-БЕР АРТЛЫ ӨС ЙОРТ...

Кисә Бөрйән районыны Иҫке Собханғол ауылында янғын сығыу осрағы теркәлде. Әлегә янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Көндөң елле булыуы һәм өйҙәрҙең бер-береһенә яҡын ултырыуы арҡаһында ут тиҙ таралды. Үкенескә күрә, 3 хужалыҡ зыян күрҙе. Халыҡтың әүҙемлеге һәм ярҙамы менән янғындың артабан таралыуына юл ҡуймай, эргәләге өйҙәрҙе һаҡлап ҡала алғандар.
Янғындан һуҡ булығыҙ! Һаҡланыу сараларын теүәл күҙәтегеҙ!
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас