Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Июня 2021, 10:15
Артем Мазовты яңынан эҙләй башлаясаҡтар
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ике йыл самаһы элек юғалған Артем Мазовты эҙләүҙе тергеҙә. Ведомствоның водолаздары ғаилә юғалған Ҡариҙел йылғаһы төбөн яңынан тикшерә башлаясаҡ. Был турала “Комсомольская правда” гәзите хәбәр итә.
2019 йылдың октябрендә булған хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Ҡатыны менән талашҡан Артем Мазов ике бәләкәй балаһын алып тышта йөрөп килергә тип сығып китә һәм ҡайтмай. Малайҙар менән атай кешене ярты йылдан ашыу таба алмайҙар. Икенсе йылдың йәйендә генә ике баланың үле кәүҙәһе йылға төбөнән килеп сыға. Ә Артем Мазов тураһында ошоға тиклем бер хәбәр ҙә юҡ.
Ирҙе эҙләү ошо көндәрҙә башланырға тейеш, аныҡ датаһы әле билдәле түгел.
– Беҙ был эште Тәфтиш комитеты һорауы буйынса башҡарабыҙ. Эҙләүҙе тергеҙәсәкбеҙ, тик әле ташҡын яңы тамамланды һәм ниндәй ҙә булһа эҙҙәр табыу еңел булмаясаҡ, – тигәндәр ведомствола.
Фото:
riac34.ru
Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Artem-Mazovti-ya-inan-e-l-y-bashlayasa-tar-831459/
"Башҡортостан" гәзитенән.
Автор:
Роза Тазетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!