Даирә
+19 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
19 Июня 2021, 08:26

Төркиәгә юл асыла

22 июндән илебеҙҙән Төркиәгә барлыҡ авиобәйләнештәр тергеҙелә, ял итергә юлланырға мөмкин. Әммә...

Билдәле булыуынса, Төркиәлә коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы сәбәпле, Рәсәй 14 апрелдән алып был илгә чартер рейстарҙы туҡтатып торғайны.
22 июндән илебеҙҙән Төркиәгә барлыҡ авиобәйләнештәр тергеҙелә, ял итергә юлланырға мөмкин. Әммә коронавирусҡа бәйле бөтә һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мотлаҡ.
Шулай уҡ Рәсәйҙән Кипр, Болгария, Америка, Ирландияға ла авиобәйләнеш терҙеҙелә, Австрия, Катар, Әрмәнстан, Греция, Хорватия һәм башҡа илдәргә осоу рейстары арттырыла. Тимәк, күптәр отпуск һәм ял көндәрен йылы яҡтарҙа, диңгеҙ буйҙарында үткәреү мөмкинлеген аласаҡ.
Фото: rg.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/T-rki-g-yul-asila-832433/
Читайте нас