Кисә, 18 июндә, Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, төбәк буйынса Роспортребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак, дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов ҡатнашлығында төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән махсус брифинг үтте тип хәбәр иткәйнек.
Белгестәр төрлө көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Вакцина эшләтеү өсөн фәҡәт һау-сәләмәт булыу кәрәкме? Хроник сирҙәре булғандарға нимә эшләргә?
Йөрәк сирҙәре, бронхиаль астма, онокология сирҙәр, шәкәр диабеты һәм башҡа инфекциялы булмаған хроник ауырыуҙары булғандарға, күптән түгел киҙеү үткәргәндәргә лә привика яһатырға мөмкин. Әлбиттә, сирҙең киҫкенләшкән осоро булмаҫҡа тейеш. Был осорҙа бер кем дә пациентҡа вакцина яһамаясаҡ, ремиссияны көтәсәктәр. Барыһын да табип хәл итә. Вакцина иһә иммунитеты былай ҙа түбән кешеләрҙе коронавирустың ауыр эҙемтәләренән һаҡлаясаҡ.
Организмда антиесемдәре булғандарға нимә эшләргә? Вакцина яһатырғамы?
Максим Забелин фекеренсә, антиесем күрһәткесе 11-ҙән юғары булған осраҡта ла, түбәнерәк булһа ла прививка яһатырға кәрәк, ул саҡта иммунитет тағы ла нығынасаҡ, йәмәғәт урындарына бер ҡурҡыуһыҙ барып буласаҡ.
60 процентҡа еткәнсе дәүләт гарантиялары буйынса вакцинациялау бушлай буласаҡ. Шуға эшләтеп өлгөрөү зарур, тине Максим Забелин.
Сығарылыш кисәләрен үткәрергә яраймы?
Был саралар мәктәптәрҙә 26 июнгә планлаштырлыған. Әлегә уларҙы үткәреү тыйылмаған. Әммә сараны үткәргәндә барлыҡ санитар нормаларҙы үтәү зарур. Һүҙ битлек режимы һәм социаль дистанцияны һаҡлау хаҡында бара.
Студенттар ятаҡҡа нисек урынлашасаҡ?
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, прививка яһатмаған студенттарға ятаҡта урын бирелмәйәсәк. Мәғлүм булыуынса, башҡа төбәктәрҙә һәм беҙҙең республикала ла студенттар араһында сирләүселәр һаны артҡаны күҙәтелә. Ә вакцинаны 18 йәштән башлап яһатырға мөмкин.
Абитуриенттарға килгәндә, ғәмәлдә уларҙың бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарына документтарҙы дистанциялы ысул менән тапшыра.