Шәрипҡол ауылында ла велосипедсылар байтаҡ ҡына. Уларҙың береһе - йыл башында ғына 70 йәшен тултырған Сәкинә Рәхимова.
- 40 йыл элек ирем (хәҙер мәрхүм инде) бәрәңге һатҡан аҡсаға велосипед алып биргәйне. Шунан алып унан айырыла алмайым. Велосипед – ул транспорт сараларынан иң осһоҙо (уға бензин да кәрәкмәй) һәм минең өсөн иң уңайлыһы. Уның менән рәхәтләнеп елдерәм. Бала саҡтан алып йөрөйөм, бер йылда ла туҡтап ҡалғаным булманы. Башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, Мөкәй ауылындағы мәктәпкә йөрөп уҡыныҡ. Шуға ла атайым көҙөн үк велосипед алып бирҙе. Мәктәпкә, сөгөлдөр эштәренә шуға атланып йөрөнөм. Артабан 6-10-сы кластарҙа Прибельский мәктәбендә белем алырға тура килде. Был йылдарҙа ла йәйҙәр буйы “тимер атымды” ҡалдырмай инем, - тип һөйләп алды ул.
Мәктәпте тамамлағас, район халыҡ судына башҡорт телен яҡшы белгән секретарь кәрәк була, һәм комсомол комитеты Сәкинә Әнүәр ҡыҙын шунда ебәрә. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтерҙар курсын тамамлап, социаль яҡлау бүлегенә эшкә урынлаша. Ошо йылдарҙа Сәкинә Әнүәр ҡыҙы яҙын-йәйен-көҙөн Шәрипҡол менән Ҡырмыҫҡалы ауылдары араһында ике тәгәрмәсле “тимер ат”ында елдерә, хатта юлдың оҙонлоғон да һиҙмәй.
Артабан тыуған ауылдары Шәрипҡол мәктәп-интернатында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып һәм башҡа төрлө эштәрҙә эшләй. Шулай уҡ колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтерә, фермала быҙауҙар ҡарай, келәттә иҫәпсе була.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, бер ваҡытта ла һауа торошо булышлыҡ иткәндә, велосипедынан айырылмай ул. “Сәләмәтлек өсөн тип түгел, электән өйрәнгән ғәҙәт буйынса йөрөйөм. Барыр еремә тиҙ генә барып етәм. Уңайлы ла, оҡшай ҙа. Әлбиттә, файҙаһы барҙыр, сөнки аяҡтар һыҙламай, кәүҙә ауырлығым артыҡ түгел, йоҡоһоҙлоҡтан интекмәйем. Үҙемде яҡшы хис итәм”, - ти Сәкинә Рәхимова.
Әйткәндәй, Сәкинә Әнүәр ҡыҙы күптән дин юлында, ике тиҫтә йылға яҡын намаҙға баҫҡан, ураҙаларҙы ҡалдырмай. Уның һүҙҙәре буйынса, дин донъяға икенсе ҡарашта булырға, кешеләргә мөхәббәт менән ҡарарға өйрәтә. Уның өс ҡыҙы һәм улы бар, уларҙан әсәләре кеүек дин юлынан китеп, бер ҡыҙы һәм кейәүе лә намаҙҙалар икән.
Кешегә ысынлап та тик хәрәкәт кәрәк. Дарыуҙар ашағансы, рәхәтләнеп велосипедты “эйәрләгеҙ”. Уға бензин да, таныҡлыҡ та кәрәкмәй. Ул беҙҙең тормошобоҙҙо тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртһен.
Фәниә Батыршина.
Автор фотоһы.