Даирә
+24 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Июня 2021, 11:38

Вәлиева Нина Василье­внаға

Ҡырмыҫҡалы ауылында йә­шәүсе ҡатыным, әсәйебеҙ, өлә­сәйебеҙ Вәлиева Нина Василье­внаны 75 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай­быҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шат­лыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған яҡыныбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас