Һеҙгә, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе генә теләйбеҙ - көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, сәләмәт булығыҙ! Киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, улар менән бергә бәрәкәтле имен тормошта, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән “Даирә”ләр.