Ҡәҙерлеләребеҙ матур донъя ҡороп, 52 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Уңған, һәр яҡтан бер-береһенә тап килгән пар төрлө һынауҙарға бирешмәй, гөрләтеп донъя көтә, өс улға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, мул тормошта бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ, шулай уҡ киң күңелле, туған йәнле, ҡунаҡсыл булып ҡалығыҙ. Балаларығыҙҙың тик шатлыҡлы хәбәрҙәрен генә ишетергә насип итһен.
Йәрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр һәм ихтирам менән туғандарығыҙ Фаилә, Кифая, кейәүҙәрегеҙ һәм беҙҙең балалар.