Мөкәй ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Хәмитова Мәхбиә Ниғәмәт ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡлы, көндәр, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр юлдаш булһын. Балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Яҡыныбыҙ! Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ғүмер ҡояшыбыҙ, барыһы өсөн дә һиңә ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һинең һау-сәләмәт, беҙгә оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең оло бәхет.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Фәнәзиә, ейәнсәрең Лилиә.
***
0647 Ҡәҙерле Хәмитова Мәхбиә Ниғәмәт ҡыҙын ихлас күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ. Хоҙай һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Киләсәктә лә гел изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелеген күреп, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙағыйың Рәсимә, кейәүең Илмир, ейәнсәрең Ләйсән, бүлә-бүләсәрең Алмаз, Радмилла.