Изге һөнәр эйәләренең һөнәри байрамдары алдынан Алайғыр табиплыҡ амбулаторияһы терапевы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары категориялы белгес Зәлифә Батталова менән осраштыҡ. Зәлифә Миңләхмәт ҡыҙының кешеләр һаулығы һағында тороуына 46 йыл: тәүҙә 10 йыл шәфҡәт туташы булып эшләһә, ҡалған йылда – табип-терапевт эшендә.
- Беҙ мәктәпте тамамлаған йылдарҙа күп ауыл ҡыҙҙары йә уҡытыусы, йә медицина хеҙмәткәре булырға теләй ине. Класыбыҙҙан өс ҡыҙ медицина юлынан киттек. Һуңғы йылдарҙа ауырыған атайымдың хәлен еңеләйткем килеү ҙә, моғайын, быға булышлыҡ иткәндер – мин икеләнеп тә тормайынса, документтарымды Стәрлетамаҡ медицина училищеһына тапшырҙым, - тип һөйләне ул.
Тыумышы менән Стәрлебаш районынан булған Зәлифә Миңләхмәт ҡыҙы был уҡыу йортонда шәфҡәт туташы дипломын алғас, юллама буйынса беҙҙең районға эшкә килә.
Зәлифә Батталова район үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә - процедуралар, балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы була, ярты ставкаға өлкән шәфҡәт туташы эшен дә башҡара. Процедуралар үткәреү, тәғәйенләнгән уколдар яһау ҙур яуаплылыҡ талап итә. Иғтибарлы булырға кәрәк, хаталанырға ярамай. Был йылдарҙа ул ҙур тәжрибә туплай.
Тиҙҙән буласаҡ тормош иптәше Ғәли Гәрәй улын осрата. Яңы ғаилә барлыҡҡа килеп, бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә. Шунан, медицина училищеһын тамамлағанға ун йыл тигәндә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға барырға ҡарар итә. Хыялы тормошҡа аша: ул медицина институты студенты булып китә.
Ғаиләһе менән студенттарҙың дөйөм ятағында йәшәйҙәр: береһе уҡый, икенсеһе эшләй, ә сабыйҙар тәүҙә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, аҙаҡ мәктәптә уҡыйҙар. Тырыш, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан, медицинаны ныҡлап үҙләштереүгә теләге көслө булған ҡатын барыһына ла өлгөрә. Ғаилә мәшәҡәттәре күп булһа ла, яҡшы уҡый, ғаиләһендә хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй була. Һигеҙ йыл “һә” тигәнсе уҙып китә, уның бер йылы республика клиник дауаханаһында интернатурала үтә.Баш ҡалала ҡалыу мөмкинселеге булһа ла, йәш ғаилә Ҡырмыҫҡалыға ҡайтыуҙы һайлай. 1993 йылда Зәлифә Миңләхмәт ҡыҙы үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Тәүҙә поликлиникала функциональ диагностика бүлмәһендә хеҙмәт юлын башлай, шунан стационарға – терапия бүлексәһенә күсә. Шулай ҙа функциональ диагностика буйынса белеме уға ғүмер буйы кәрәк була – тикшереүҙәрҙе үҙе ҡарап уҡый һәм тәғәйенләй. Бында табип-терапевт та, ҡайһы бер йылдарҙа бүлексә мөдире лә була.
2007 йылда белгес Алайғыр участка дауаханаһына (хәҙер табиплыҡ амбулаторияһы) күсә. Бында стационар булған саҡта дауалаусы терапевт, шул уҡ ваҡытта пациенттарҙы ҡабул итеүсе табип эше лә йөкмәтелә. Эшләү дәүерендә белеме, табиплыҡ таланты һәм кешелекле мөнәсәбәте арҡаһында ул халыҡ араһында абруй ҡаҙана. Тәжрибәле табипҡа дауаланыусылар теләп килә. Үтә лә яуаплы һөнәрҙе һайлаған белгестең фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселәр тарафынан да лайыҡлы баһалана. Күп һанлы наградалар араһында РФ Маҡтау ҡағыҙы ла бар.
- Һөнәрҙе яратып башҡарырға кәрәк. Һәр саҡта ла медицина хеҙмәткәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына. Участка хеҙмәтенең бурыстарына участка эшен ойоштороу, документтар тултырыу, пациенттарҙы ҡабул итеүҙәр, мөрәжәғәт итеүселәргә тейешле ярҙам күрһәтеү, дарыуҙар тәғәйенләү, диспансеризация үткәреү, заманса электрон вариант менән эшләү, профилактик вакцинациялар үткәреү, шул иҫәптә һуңғы йылда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация һәм башҡалар инә. Шулай уҡ хәүефле коронавирус менән ауырығандарҙы асыҡлау, уларҙы күҙәтеү аҫтында тотоу, дауалау, кәрәк саҡта госпиталгә оҙатыу эштәре өҫтәлде. Хәҙер инде участка терапевына талаптар бигерәк тә күп. Һәр саҡ камиллашырға, бының өсөн күп уҡырға, методик ҡулланмаларҙы өйрәнергә кәрәк. Дарыуҙар үҙгәреп тора, шуға һәр яңылыҡты белеп, хәбәрҙар булып торорға тура килә. Шулай ҙа һөнәремде бик яратам, пациенттарымды дауалағандан ҡәнәғәтлек кисерәм. Тик кешеләр ҙә үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибарлы булһын ине. Диспансеризация үтергә, профилактик тикшереүҙәргә йөрөргә кәңәш итәм. Диспансеризация ауырыуҙарҙы алдан асыҡларға ярҙам итә. Хәүефле сирҙәрҙе иртәрәк асыҡлағанда ғүмерҙе һаҡлап ҡалып була. Һаулыҡтың ныҡлылығы кешенең үҙенән тороуын онотмаһындар ине, - ти халыҡ сәләмәтлеге өсөн борсолған изге һөнәр эйәһе.
Табибәнең һүҙҙәре буйынса, коллектив бер бөтөн, берҙәм булып эшләгәндә генә эш еңелерәк бара. “Бер-беребеҙҙе тыңлап, ярты һүҙҙән аңлап, кәрәк саҡта ярҙам итешеп хеҙмәт итәбеҙ”, - тип хеҙмәттәштәре тураһында ла йылы һүҙҙәрен әйтте ул.
Зәлифә Миңләхмәт ҡыҙы йортонда ҡәҙерле әсәй, өләсәй. Ҡыҙҙары үҙ юлдары менән китеп, Өфө ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр. Айгөл Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика бүлеген тамамлаған, Альбина Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен ала. Ҡыҙғанысҡа, тормош иптәше Ғәли Гәрәй улы ун йыл элек вафат булған... Әлеге көндә әсәһе, тыл ветераны Мөзәйнә Зиннәтулла ҡыҙы уның ҡарамағында. Ҡәҙерле кешеһенә тейешенсә тәрбиә биреп, йылы мөнәсәбәт күрһәтеп йәшәйҙәр.
Батырлыҡҡа тиң табиплыҡ һөнәрен һайлап, халыҡ сәләмәтлеге өсөн борсолған һәм уның кеүек үҙ эшен яратып башҡарған, дауалауҙан ҡәнәғәтлек алған белгестәр күберәк булһын ине.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.