Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
17 Июня 2021, 11:36

Көсөбөҙ - берҙәмлектә

Район үҙәгендә Рәсәй көнө уңайынан байрам саралары уҙҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам сиктәрендә ойошторолған велоуҙыш спорт һөйөүселәрҙе тупланы. Һауа торошо бер аҙ моңһоуланып тороуына ҡарамаҫтан, ике тәгәрмәсле “тимер ат”тарға атланған әүҙем спорт төрҙәрен яратыусылар күп ине. Улар үҙәк урамдар буйлап “Аҡкүл” паркына тиклем елдерҙе. Сараның маҡсаты – халыҡты сәләмәт ялға йәлеп итеү. Артабан унда ҡатнашыусылар бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Һуңынан сараның тантаналы өлөшө бар халыҡты сәхнә янына саҡырҙы. Йыйылыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне.
Белеүебеҙсә, быйыл “Һуғыш балалары тураһында” закон ҡабул ителде. Ул 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләргә социаль ярҙам сараларын раҫланы. Районда ошондай танытмаға эйә булыусы 2 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған, аслыҡ-яланғаслыҡты, төрлө ауырыуҙарҙы үткәр гән, һуғыш бөткәс тә колхозды үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән бер төркөм уҙамандарға “Һуғыш балалары” танытмалары тап шырылды. Мәғнәүи Аллаяров, Флүр Әлимғафаров, Финә һәм Әхмәтсафа Әхмәтовтар, Рәшидә Ғаббасова, Йыһанур Ғаббасов, Фирҡәт Кәримов, Динә Мөхәмәтйәнова, Фәрит Мөхәмәтйәнов, Фәниха Сабитова, Фидая Сәрүәртдинова, Рәшит Яҡупов һәм Фәрит Яхиндар алҡыштар аҫтында сәхнәгә күтәрелеп, танытмаларға эйә булды.
Күптән түгел социаль өлкә хеҙмәт кәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Социаль өлкәлә күп йыллыҡ һөҙөмтәле, намыҫлы хеҙмәте өсөн Ҡырмыҫҡалы районы буйынса район-ара мәшғүллек үҙәге етәксеһе Шамил Хафизов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бынан тыш, ошо һәм башҡа өлкәлә хеҙмәт итеүсе иң яҡшылар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм Дипломдар менән билдәләнде.
Байрам көндәрендә паспорт алыу йәш граждандарҙың тормошонда иң әһәмиәтле дата булып тора. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырыу тантанаһы, тормоштағы мөһим ваҡиға булараҡ, балаларға уның әһәмиәтен аңларға, Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә. Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы балаларҙың тормошонда яңы осор башланыуы менән ҡотланы һәм Иоанна Дедушкинаға (Прибельский ауылы), Светлана Аркадье ваға (Илтирәк), Мария Аркадьеваға (Илтирәк), Степан Лободаға (Олокүл), Илфат Ялаловҡа (Олокүл) паспорт тапшырҙы. Йәштәр тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданы булыуын дәл ил ләгән документ алыуҙарына ғорур лыҡтарын йәшермәне. Балаларыбыҙ тәр типле, аҡыл лы, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып ҡалыуҙарын теләйек.
Артабан шәхси эшҡыуар Олеся Әминева Ленинград өлкәһендә эҙләнеү экспе дицияһында ҡатнашҡан райондың эҙәр мәндәр отрядына ярҙам һәм булышлыҡ иткәне өсөн илһөйәрлек һәм актив гражданлыҡ позицияһы өсөн миҙал менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Йәшлек” йәштәр үҙәге директоры Виктория Истратова “Әүҙем хәрби-патриотик эше өсөн” миҙалы менән наградланды.
Байрам саралары район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән концерт программалары менән тамамланды.
Фирүзә Йәминева.
Автор фотоһы.
Читайте нас