Даирә
+33 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
17 Июня 2021, 18:29

Үгәй ҡыҙын йөҙөргә өйрәтәм тип...

Баймаҡ районында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде: 16 июндә Мерәҫ ауылы янындағы Граф күлендә туғыҙ йәшлек ҡыҙыҡай менән ҡырҡ йәшлек ир батып үлде.

Асыҡланыуынса, ир кеше баланың үгәй атаһы булған.
Хәбәр ителеүенсә, ир кеше баланы йөҙөргә өйрәтеп йөрөгән. Ҡапыл икеһе лә бата башлаған, уларҙы ҡотҡара алмағандар. Ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһен шунда уҡ тапҡандар, ир кешенекен иһә - бер ни тиклем ваҡыт үткәс.
Улар һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында йөҙгән. Күлдең был ере ҡапыл тәрәнәйеп киткән булған.
Әле Тәфтиш комитетының Сибай район-ара бүлексәһе хәлде тикшерә. Ваҡиға урыны ҡаралған, суд-медицина экспертизалары билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алалар.
Быйыл Башҡортостан йылғаларында 14 кеше, шул иҫәптән дүрт бала батып үлгән. Йәнә иҫкәртәбеҙ: һыу ингән саҡта барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ҡулайлаштырылған пляждарға ғына барығыҙ. Балаларҙы яңғыҙ ебәрмәгеҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас