Эҙәрмәндәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары Екатеринбург ҡалаһында Йылайыр районы егете - 22 йәшлек Солтан Кәйекбирҙиндең билдәһеҙ шарттарҙа юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Егет Екатеринбургҡа эшкә барған булған һәм бер дуҫында йәшәгән. Ул туғандары менән һуңғы тапҡыр 31 майҙа бәйләнешкә сыҡҡан. “Дуҫы, ул үҙенә ҡул һалыуы ихтимал, ти, әммә егеттең туғандары был фараз менән риза түгел. Солтан ундай аҙымға бармаясаҡ, ти улар”, - тип хәбәр иткәйне "Рамблер" баҫмаһы.
Солтандың Сибай гимназия-интернатындағы тәрбиәсеһе: “Солтан, беҙ һинән түҙемһеҙләнеп хәбәр көтәбеҙ! Һин ҡайҙаһың? Мин һиңә ышанам! Һин көслөһөң, бер нимәгә лә бирешмәйһең, беҙҙе уйларға тейешһең! Яуап бир, зинһар өсөн! Ярҙам кәрәк булһа, бәйләнешкә сыҡ, беҙ һинең өсөн бөтәһенә лә әҙер!” – тип яҙғайны.
Үкенескә ҡаршы, Солтан тураһында ҡайғылы хәбәр билдәле булды: уны үле килеш тапҡандар. Был хаҡта "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итте. Әлегә үлем сәбәптәре асыҡлана.
Солтанды яҡындан белгәндәр уның тормошто яратҡан, әүҙем, изге күңелле, алсаҡ егет булыуын билдәләй. Йәш кеше ғүмеренең фажиғәле өҙөлөүе бик йәл. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.