Мәктәп автобусы ауылға етмәҫ элек үк туҡтап, уҡыусыларҙы төшөрҙө лә, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. “Мәмерйәгә алыҫ та баһа, ниңә автобус алып барып еткермәне икән?”- тигән уй бырауланы һәр кем мейеһен. Әммә оҙон-оҙаҡ уйланыуҙан фәтүә юҡ: Марат Рим улы артынан эйәрҙе малайҙар һәм ҡыҙҙар.
Йөҙләгән аҙым атлағандан һуң Сағылйылға ярына барып та еттеләр. Бынан яланғас ҡаялар әллә ҡайҙан күренеп тора. Айнур шунда уҡ тау тоҡомдарының өлгөләрен дә алып ҡуйҙы. Артабан бейек тауға үлән баҫҡан тайғаҡ һуҡмаҡтан үрләү мәшәҡәтле генә булып сыҡты. Ярай әле бер-береһенә ҡул бирешеп имен-аман менеп еттеләр. Хәҙер инде иркенләп тын алырға ла, тирә-яҡты яҡшылап күҙәтергә лә мөмкин. Кемдәрҙер: “Ана, тегендә Тауһеңер! О-о-о, Ҡырмыҫҡалы ҡайһылай ҙур ауыл,”- тип һоҡланыуын белдерҙе. Әммә оҙаҡлап торорға ярамай, уҡытыусы маршрутты дауам итергә кәрәклекте иҫкә төшөрҙө. Тағы бер нисә күтәрелеп төшкәндән һуң күп кенә карст уйымдары осрай башланы. Уҡытыусылары улар хаҡында аңлатып үтте.
Мәмерйәгә лә килеп еттеләр. Бер аҙ ял итеп, тамаҡ ялғап алғандан һуң мәмерәйә эсенә юлландылар. Кемдер бында бер нисә тапҡыр булһа ла, барыбер һоҡланыуын йәшерә алманылар. Сөнки мәмерйә һәр саҡ үҙенең матурлығы һәм сихрилығы менән үҙенә ылыҡтыра. Бына әле лә һаҡланып ҡалған боҙбармаҡтар уҡыусыларға бик оҡшап ҡалды. Уның янында фотоға ла төшөп алдылар. Мәмерйә хаҡында Марат Рим улы һөйләгәндәрҙе тыңлағас, сәйәхәт артабан дауам итте.
Баҫыу юлы буйлап барыу әллә ни ҡыҙыҡ булмаһа ла, уҡыусылар күңеле күтәренке ине. Юл буйына ҡыҙыҡ-мәҙәктәр һөйләп бара торғас, кескәй генә урман ситендәге ниндәйҙер сәйер урынға килеп туҡтауҙарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Уҡытыусы бында элек Кузьминовка тигән ауыл булғанлығы хаҡында һөйләп алды.
Тау башына күтәрелеп, төшкө аш ашағандан һуң икенсе бер мәмерйәгә сәйәхәтте дауам иттеләр. Был мәмерйә бик үк билдәле түгел, шуға ла исеме лә юҡ.
Ҡыҙғаныс, мәмерйә эсенә инеп булманы. Яҙғы ташҡын ваҡытындағы һыу инеү урынын бикләгәйне. Әммә бер кем дә кәйефен төшөрмәне: районыбыҙҙың матур тәбиғәтле бер төбәген күреү, тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу үҙе бер кинәнес, үҙе бер асыш ине. Арыған, әммә ҡәнәғәт йөҙлө уҡыусылар сәйәхәттәрҙе артабан дауам итергә тигән ниәттәрен белдерҙе. Марат Рим улы: “Мотлаҡ, барырбыҙ!”- тип ризалығын белдерҙе. Ә уҡыусылар сираттағы маршрутты билдәләргә һүҙ ҡуйышты. Шулай итеп, алда тағы юлдар көтә.
Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбе.