Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
12 Июня 2021, 08:17

Рәсәй көнө менән!

Район үҙәгендә Рәсәй көнө уңайынан байрам саралары үтте.

Байрам сиктәрендә велосипедсылар уҙышы үтте. Һауа торошо бер аҙ моңһоуланып тороуына ҡарамаҫтан, унда ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Сараның маҡсаты – халыҡты сәләмәт ялға йәлеп итеү.
Велосипедсылар Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексынан старт алып, “Аҡкүл” паркына тиклем арауыҡты үттеләр. Артабан унда ҡатнашыусылар бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Һуңынан сараның тантаналы өлөшө бар халыҡты сәхнә янына саҡырҙы. Халыҡты байрам менән ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров схнәгә күтәрелде. Үҙ сығышында ныҡлы һаулыҡ, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө, бәхет һәм именлек теләне. Артабан бер төркөм ветерандарға “Һуғыш балалары” таныҡлыҡтары тапшырылды. Бынан тыш, төрлө өлкәләрҙә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Шулай уҡ 14 йәше тулған бер төркөм үҫмергә тантаналы шарттарҙа Рәсәй граждандарының төп документы - паспорт тапшырылды.
Рәсми өлөштән һуң район Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәрҙәре сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас