Уның авторҙары, «Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһе депутаттары, бер йә унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн 10 мең һумлыҡ пособие булдырырға тәҡдим итә .
Был ғына түгел, һәр гражданға түләй башлағанда ла, һис зарары юҡ, ти улар. Пособие кешенең килеменә һәм ҡайҙалыр эшләү-эшләмәүенә ҡарамай түләнергә тейеш.
Был башланғыс тормошҡа ашһа, йылына 18 триллион һумға яҡын аҡса талап ителәсәк. Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы Владимир Гришин фекеренсә, ил ҡаҙнаһы бөгөндән үк ошондай түләү булдырырлыҡ хәлдә түгел. Ә Рәсәй Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин был тәҡдимде ыңғай баһалай. Киләсәктә һәр гражданға пособие түләү тормошҡа ашмаҫ проект түгел, бары тик финанслау планын теүәл иҫәпләп сығарырға кәрәк, ти ул.
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов