- Илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан килә. Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштары һалдаттарының ҡаһарманлығы беҙгә өлгө булып тора. Улар ил именлеге, донъя тыныслығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, яуға күтәрелгән. Илһөйәрлек тойғоһо бөгөн дә кәмемәй тип әйтер инем, сөнки егеттәр Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәргә тырыша.
Беҙҙең заманда бөтә егеттәр ҙә армияла хеҙмәт итергә тырышты, һәр береһе теләп барҙы. Ваҡыты еткәс тә саҡырыу ҡағыҙы алып, ҡайҙа ебәрәләр шунда юллана инек. Мин 1981 йылдың көҙөндә саҡырылып, ике йыл һалдат бутҡаһын ашаным. Тәүҙә Куйбышев ҡалаһында ярты йыл учебкала булдым. Унда механик-водитель һөнәрен үҙләштерҙем. Унан һуң Германия Демократик Республикаһына ебәрҙеләр. Разведка ротаһында өлкән механик-водитель булып хеҙмәт иттем.
Армия – ул тормош мәктәбе. Һәм уны лайыҡлы үтергә кәрәк. Ул беҙгә тормош тәжрибәһен бирҙе, Тыуған еренә, Ватанына тоғро ҡалып, илебеҙҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләне. Рәсәй армияһының абруйы йылдан-йыл үҫә, хеҙмәт итеү шарттары ла яҡшыра. Иң мөһиме илебеҙ тыныс булһын. Егеттәргә яҡшы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Үҙҙәре һау-сәләмәт булып, донъя күреп, сынығып, нығынып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар,- тип изге теләктәрен еткерҙе Ришат Рәвил улы.
Киләһе яҡташыбыҙҙы әрмелә хеҙмәт иткән саҡында төшкән фотоһы буйынса танынығыҙмы? Уның исем-фамилияһын редакцияға 2-32-66 телефоны аша шылтыратып, хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Еңеүсене Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса хәрби комиссариаттан, “Даирә” гәзите редакцияһынан бүләктәр көтә.