Социаль хеҙмәткәрҙәр балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, имен булмаған ғаиләләрҙе профилактикалау, инвалидтарҙы реабилитациялау, яңғыҙ кешеләргә мөһим тормош проблемаларын хәл итеү буйынса ярҙам итәләр. Нәҡ уларҙың терәге кешеләргә иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра, яңғыҙлыҡтан аралай һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә көс бирә. “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһе мөдире Эльвира Рәхмәтуллинанан үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләүен һораныҡ.
- Беҙҙең төп маҡсат – ғаилә институтының, атай-әсәйҙәр яуаплылығының үҫешеүенә һәм нығыныуына булышлыҡ итеү, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү. Хәл итәһе мәсьәләләрҙең даирәһе киң. Оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы психоневрологик интернатҡа һәм интернат йорттарға урынлаштырырға ярҙам итәбеҙ. Бынан тыш, инвалид балаларҙы Балтас районында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мөмкинлектәре сикләнгән реабилитация үҙәгенә ебәрәбеҙ. Шулай уҡ балаларға һәм граждандарға, ата-әсәләргә, попечителдәргә, опекундарға социаль хеҙмәттәр исемлегенә инмәгән медицина, педагогик, юридик һәм социаль ярҙам күрһәтәбеҙ.
Дәүләт һәм муниципаль органдар һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе һәм айырым граждандарҙы асыҡлайбыҙ. Балалар поликлиникалары, фельдшер-акушер пункттары, балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм башҡа ойошмалар менән бергә эшләйбеҙ. Ауыл Советтарынан һәм балиғ булмағандар эше буйынса комиссиянан беҙгә хәбәр килә һәм беҙ тиҙ арала адрестар буйынса юлланабыҙ, сөнки ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләр осраған ауырлыҡтарҙы үҙ аллы хәл итә алмай. Яҡындары, социаль хеҙмәттәр яғынан ярҙам булмаһа, хәл киҫкенләшә. Һөҙөмтәлә был ғаиләгә опека һәм попечителлек органдары иғтибар итә башлай һәм баланы ата-әсәһенән тартып алыу мәсьәләһе килеп баҫа. Шуға күрә беҙ уларға иғтибар бүлергә һәм әүҙем эш алып барырға, яңылыш юлғабаҫҡан ата-әсәләрҙе төҙәтергә тырышабыҙ. Һәр баланың бала сағы бәләләрҙән һәм михнәттәрҙән һаҡланған бәхетле һәм тыныс булырға тейеш.
Беҙҙең бүлексәлә шулай уҡ айырым категория граждандар өсөн адреслы социаль ярҙам бар. Был ярҙам йәшәү минимумы күләме уртаса йәшәү кимәленән аҙ булмаған аҙ тәьмин ителеүсе граждандар категорияһына күрһәтелә. Уны алыу өсөн ер биләмәһе, йорт булыуы мотлаҡ. Уны күп балалы, тулы булмаған, опекаға бала алған, инвалид бала тәрбиәләүсе, атай йәиһә әсәйҙең береһе йәиһә икеһе лә инвалид булған ғаиләләр юллай ала. Бындай хеҙмәттәрҙе алыу өсөн ғаиләләр күп функциялы үҙәккә ғариза яҙа йәиһә “Ғаилә” үҙәгенә йәки йәшәү урыны буйынса ғаилә хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. ”Ғаилә” белгестәре социаль хеҙмәттәргә мохтаж булыуҙарын асыҡлай һәм һөҙөмтә бирә. Бөгөнгө көндә 15 ғаилә социаль контракт төҙөгән. Улар унда кәрәкле тауарҙарҙың исемлеген яҙа. Контракт алты айға төҙөлә. Һәр айға 10641 һум аҡса бүленә. Ай аҙағында тауар чектары менән килеп отчет бирәләр.
Бынан тыш, ғаилә ялын күңелле итеп ойоштороу ҙа беҙҙең бурысыбыҙ. “Осрашыу урыны” клубы сиктәрендә айына ике тапҡыр кесаҙна көнөндә осрашыуҙар үткәреп, ата-әсәләр менән балалар араһында мөнәсәбәт булдырыу, балаларҙы тәрбиәләү һәм башҡа темаларға аралашабыҙ. Тағы ла хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә “Хәүефһеҙ каникулдар” темаһына йәйге ялдар осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса әңгәмә ойошторабыҙ,- тине Эльвира Фәрит ҡыҙы “Ғаилә” үҙәгенең бурыстары һәм эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Йәмғиәттә ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ниндәй ярҙам кәрәклеген күберәк социаль хеҙмәткәрҙәр асыҡлай. Етем балалар, ҡарттар, инвалидтар, йәмғиәттә ауыр хәлдә ҡалған башҡа ҡатлам вәкилдәре менән эшләү өсөн уларға тейешле ҡағиҙәләрҙе белергә, психология, социология, педагогика нигеҙҙәрен, медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын үҙләштерергә кәрәк, сөнки айырым төр категориялы граждандар уларҙан иғтибар, мәрхәмәтлек һәм ғәҙеллек көтәләр. “Ғаилә” үҙәгендә көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһендә шундай белгестәр эшләй ҙә инде. Ҙур булмаған бүлексә мөдире вазифаһын Эльвира Рәхмәтуллина башҡара, психолог – Миләүшә Хәсәнова, социаль эш буйынса белгес – Айҙар Ниғмәтуллин, юрист – Светлана Иҫәнғолова һәм оҙаҡламай ғаиләләр менән эшләү буйынса ике белгес эш башлаясаҡ. Улар тәүгеләрҙән булып кешеләрҙең проблемаларын үҙ өҫтөнә ала һәм ҡулдарынан килгәнсә хәл итергә ярҙамлаша. Яуаплы һәм ҡатмарлы эшмәкәрлектәрендә уңыштар һәм түҙемлек теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.