Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
8 Июня 2021, 06:58
"Мин ғәйепле түгел..."
"Беҙ ҡырсын түшәлгән юлдан китеп бара инек. Шул саҡ..." Өс бала ауыр ҡазаланған ҡот осҡос авариялағы водитель нимә тип белдерҙе?
Ялдарҙа Федоровка районында булған авария йәмғиәттә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Унда дүрт бала йәрәхәтләнде, өсәүһе – реанимацияла.
Авария райондың Батыр ауылынан алыҫ түгел урында була. “ВАЗ-2115” машинаһындағылар күрше ауылға магазинға тип китеп барған. 28 йәшлек водителдең янында ҡатыны һәм дүрт бала (икәүһе - үҙҙәренеке, икәүһе - туғандарыныҡы) ултырған. Ә балалар өсөн махсус кресло – берәү генә. Машина юлдан ситтәге соҡорға оса һәм бер нисә тапҡыр әйләнә. Шулай уҡ ирҙең водитель танытмаһы булмауы ла билдәле. Әммә ул, аварияла икенсе машина водителе ғәйепле, ти.
"Беҙ ҡырсын түшәлгән юлдан китеп бара инек. Ҡаршыға икенсе автомобиль килеп сыҡты. Уға бәрелмәҫ өсөн ситкә киттем һәм идараны юғалттым. Теге водитель артабан китеп барҙы, аварияны күрмәне лә. Мин айыҡ инем", – тигән водитель, рәсми сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә.
Машинаның ҡолағанын күргән кешеләр шунда уҡ ярҙамға ташлана һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Водителдең ҡатыны - 24 йәшлек Әлиә һәм уларҙың бер йәшлек балаһы әллә ни зыян күрмәй. Ә ҡалған өс баланың хәле ауыр. Уларҙы санавиация вертолеты менән Өфөгә Республика клиник балалар дауаханаһына ебәрәләр. Балаларҙы дауалауҙы илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко шәхси контроленә алды.
Тәфтиш комитеты иһә водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһен ҡарай.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Min--yeple-t-gel-821050/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!