Даирә
+29 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
8 Июня 2021, 07:13

Фонтанда аяғы ҡыҫылып...

Алты йәшлек малай йүгереп уйнап йөрөгәндә бәләгә тарыған.

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайы янында "Бейеүсе торналар" фонтаны халыҡтың яратҡан ял урыны булып тора. Уны айырыуса балалар үҙ итә.
Әммә 6 июндә бер бала шул фонтанда бәләгә тарыған. Ул ата-әсәһе менән ял итергә килгән булған. Йүгереп уйнап йөрөгән малайҙың аяғы тимер ҡоролмаға ҡыҫылған. Күпме генә тырышмаһындар, ата-әсәһе уны үҙаллы сығара алмаған. Ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Улар тимерҙе электр ҡорамал менән бысып, малайҙы "тотҡонлоҡ"тан сығарған. Баланың аяғы яраланған, табиптар ҡараған.
Әлбиттә, бында балаһына фонтанға бөтөнләй яҡын килергә рөхсәт иткән ата-әсә уйланырға тейеш. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәк ине.
Фото: "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Fontanda-aya-i-i-ilip-820682/
Читайте нас