Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
6 Июня 2021, 09:01

Баҡсалағы сүп үләндәренән нисек ҡотолорға?

Баҡсала үҫенте шытып сығыу менән уға һөжүм итеүселәр табылып ҡына тора: йә ҡош суҡый, йә ер аҫтынан май ҡуңыҙы ҡарышлауығы тамырын кимерә, йә ҡоротҡостар йәш япраҡтарын ашай. Бынан тыш, сүп үләне лә баҡсасыларға әллә күпме мәшәҡәт тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәләнән еңел генә ҡотолоп булмай.

Ғалимдар билдәләүенсә, дүрт метр квадрат майҙанда үҫкән сүп үләне артабан 50 гектар ерҙе баҫып алыуға һәләтле. Мәҫәлән, билсән 53 мең орлоҡ осороп ебәрә, ә ҡырғаяҡ бер миҙгелдә ике-өс тапҡыр орлоҡ ташлай. Бер үҫемлектән 25 мең орлоҡ һибелә. Күпселек сүп үләндәре бер нисә юл менән үрсей: тамыры менән дә бүленә. Аҡтамырҙың өҙөлгән бер тамырынан ете төп үҫеп сыға.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы белгесе, агроном Фирҙәүес Аҫылбаева сүп үләндәре менән көрәш башлар алдынан уларҙың үрсеү үҙенсәлеген белеү кәрәк тип кәңәш итә. Бер һәм күп йыллыҡ сүп үләндәре төрлөсә үрсей.
"Бер йыллыҡтар, күп йыллыҡ сүп үләндәре була, улар йәй дауамында бер нисә тапҡыр орлоҡ ташлай. Был үҫемлектәрҙең орлоҡҡа етешер мәлен үткәреп ебәрмәгеҙ. Әлбиттә, утау, тәпкеләү эштәрен даими рәүештә атҡарып торорға кәрәк. Иң уңайлыһы – Фокин тәпкеһен ҡулланыу. Ул сүп үләндәренең тамырын ике-биш сантиметр тәрәнлеккә киҫә.
Химия ҡулланып та сүп үләне менән көрәшергә була. “Торнадо”, “Ураган”, “Снайпер”, “Раундап” һәм башҡалар бик һөҙөмтәле. Дарыуҙар ҡулланғанда инструкция менән танышып, эштәрҙе уға ярашлы ғына атҡарырға кәрәк. Бер тапҡыр ғына эшкәртеү ҙә етмәйәсәк, бер-ике аҙна үткәс, дарыуҙы тағы бер тапҡыр һиптерергә кәрәк. Ғөмүмән, дарыуҙы мин йәки сүп баҫҡан, йә бер нисә йыл ултыртылмаған баҡсаны эшкәртеүгә генә ҡулланыр инем", - ти Фирҙәүес Аҫылбаева.
Экологик яҡтан иң ҡулайлыһы – сүп үләндәренә ҡаршы сидераттар ярҙамында көрәшеү. Гәрсис, арыш сүп үләндәренә үҫергә бирмәй. Ужым арышын көҙҙән сәсһәң, уның тамыры 1,5 метрғаса тәрәнгә төшә һәм ерҙе йомшарта, башҡа үҫемлектәргә күтәрелергә ирек бирмәй.
фото: krrot.net
Лилия Нуретдинова
Читайте нас