Даирә
+25 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
5 Июня 2021, 14:04

Гөлназ ниңә юғалған?

"Тик Вилли бөтә аҡсаны алып киткән икән. Саҡ 300 һум таптым, бөтә кеҫәләрҙе ҡарап сыҡтым.

Күптән түгел генә популяр йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәр аша үҙенең нисек һәм күпме аҡса эшләүе хаҡында һөйләп шатландырғайны. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул маҡсатлылығы менән һоҡландыра. Концерттар булмаған осорҙа селтәрле бизнес менән шөғөлләнеп, ярайһы аҡса эшләй икән.
Ошо көндәрҙә Гөлназ тыуған көнөн билдәләне, меңәрләгән тамашасыһынан ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итте. “Комсомольская правда” порталы иһә популяр йырсының һуңғы ваҡытта юғалып тороуын бәйән иткән. Гәзит хәбәрселәре уның социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтындағы мәғлүмәткә таянып, бер аҙ сирләп тороуын асыҡлаған.
Гөлназ белдереүенсә, уға бер аҙ өйҙә торорға, ял итергә кәңәш иткәндәр. “Мине юғалтмағыҙ”, - тигән йырсы.
Әммә бынауындай матур йәйге көндә өйҙә ултырыу еңел түгел, шуға ла Гөлназ бер аҙ йөрөп килергә, аҙыҡ-түлек һатып алырға ниәтләгән.
"Тик Вилли бөтә аҡсаны алып киткән икән. Саҡ 300 һум таптым, бөтә кеҫәләрҙе ҡарап сыҡтым. Хәҙер берәй тәмлекәс барып алам да кире ҡайтып ятам", – тигән йырсы яҙмаһында.
Фото: pinterest.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас