Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Бында йыл һайын ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһала, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙән һәм ҡыйыуҙар билдәләнә. Моңло концерт номерҙары башҡарыла. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба, күңел аса һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта ала.