Даирә
+20 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
4 Июня 2021, 18:44

Районда 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы вафат булды

Исхаҡ Хәләф улы Яҡупов 1920 йылдың 15 сентябрендә Дәүләкән районы Яңы Мерәҫ ауылында тыуа. Ул бала саҡта уҡ ата-әсәһе беҙҙең райондың Шишмә ауылына килеп төпләнә. Ул ваҡытта ауыл урынында буш баҫыу ғына була. Бер аҙ ваҡыттан һуң ауыл барлыҡҡа килә.Класты тамамлағандан һуң Ляхово ауылының рабфагында уҡый. Унда электростанция төҙөүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың көҙөндә фронтҡа алына.Уҡсы-пулеметсы булып һуғыша. Уның хәрби ҡоралы «Максим» пулеметы була. ңПольшала Исхаҡ Хәләф улы ҡаты яралана. Бер нисә ай госпиталдә ята, шунда уҡ Еңеү көнөн ҡаршылай. Яугиргә 1946 йылда ғына тыуған йортона ҡайтырға насип була.

Ҡайтҡандан һуң “Правда” хужалығында бригадир булып эшләй. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын, 49 йәшендә ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Тормош иптәше Рәшиҙә Әбделфазыл ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләр үҫтерәләрҺәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, туйҙар үткәрәләр.
Яугирҙең 100 йәшкә етеп, ошо көндәрҙе күреүе күптәр өсөн һуғыштың тере шаһиты булараҡ, ғорурлыҡ. Тыныс йоҡла, ветеран!!!
Гөлсәсәк Аласова.
https://vk.com/karmaskaly_rayon?w=wall-35237072_40221&z=photo-35237072_457270750%2Falbum-35237072_00%2Frev
Читайте нас