Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Июня 2021, 09:02

Һәр йәһәттән уңған

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ибраһим ауылы талантлы һәм уңған кешеләре менән дан тота. Алтын ҡуллы егеттәрҙең береһе - Заһир Әхмәҙиев бәләкәйҙән тимер-томор менән булышырға ярата. Шуға ла ул мәктәпте тамамлағас, техника төҙәтеүҙең бөтә нескәлектәрен белеү өсөн автотранспорт техникумында механикка уҡып сыға. Хеҙмәт юлын МТС-та комбайнсы булып башлап ебәрә. Үҙебеҙҙең райондан тыш, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Өфө райондарында иген игә. Ҡыштарын ремонтта, йә төҙөлөштә, йә төрлө башҡа эштәрҙә йөрөй.

- Атайым малсы булһа ла, мин техникаға тартылдым. Алты йәш тирәһе булғандыр, һалдат пилоткаһын кейеп сенаж ташыған “КамАЗ” машиналарына ултырып йөрөгәнем әле булһа хәтерҙә. Бәләкәйҙән велосипед, мотоцикл төҙәтеү оҡшай ине, нимәнелер үҙ ҡулдарым менән эшләп ҡарағы килде. Беҙҙең бала саҡ 90-сы йылдарға тура килде, уйынсыҡ бик алып булмай. Шуға күрә ҡустыма төрлө уйынсыҡтар, улар араһында көрәкле тракторҙар ҙа яһап бирә инем, - тип һөйләне Заһир Риян улы.
Бәләкәй саҡтағы мауығыуҙары артабан да дауам итеп, файҙалы әйберҙәр яһауға этәргес бирә. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал аҫрамай, бесән әҙерләмәй булмай, гел кешегә инәлергә түгел, тип, МТС-та эшләгән осорҙа трактор һатып ала. Техника егетте шул тиклем мауыҡтыра, һәм ул тракторға ҡоролмалар – һабан, ҡар этәргес яһай. Ат тырмаһына тимер тештәр өҫтәп, тракторы өсөн көйләп тә ҡуя. Шунан уға бәләкәй арба эшләй. Артабан егетте яңыраҡ, заманса техника ҡыҙыҡһындыра һәм Ҡытайҙа сығарылған трактор һатып ала.
Ғөмүмән, Заһир Әхмәҙиевҡа тимерҙән нимәлер килтереп сығарыу ҡыҙыҡ, уның өсөн торғаны бер мөғжизә була. Оҫта ғәҙәти тимер киҫәктәренән файҙалы әйберҙәр тыуҙыра. Иретеп йәбештереү аппаратын һатып ала ла тағы ла мауығып китә. Атаһының ҡустыһы Вәлийән ағаһына матур итеп тимерҙән кәртәләр эшләй, уның өйөнә йылытҡыс торбалар урынлаштыра, үҙҙәренә һәм ағаһына мунса мейестәре лә яһап ҡуя. Ошо нимәләрҙең барыһы ла уның хеҙмәт көсө менән булдырылған. Ҡыҙыҡһыныусан егет үҙ ҡулдары менән тимерҙе үҙе теләгәнсә буйһондора. Эште ул интернеттан да ҡарап өйрәнә. Яратҡан шөғөл уны дәртләндерә.
Ижади егет ауыл клубында ла ҡатнаша, ҡумыҙҙа уйнай, йырлай ҙа. Унда уҙғарылған сараларҙы ойошторорға ярҙам итә. Бер нисә йыл элек ауылы өсөн янып йәшәгән егетте ауылдаштары староста итеп һайлай. Һәр эш, башланғыс өсөн яуаплылыҡтың ҙур өлөшө староста иңенә төшә. Бергәләшеп улар өмәләргә сығалар, йыйылыштарҙа проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләшәләр. Ауыл­даштарынан Заһир Риян улы бик ҡәнәғәт. “Кешеләр һәр башланғысты күтәреп алып, дәррәү эшләп тә ҡуялар. Яҙғы өмәләргә лә, зыяратты йыйыштырыуға ла, ауыл йыйылыштарына ла ихлас киләләр”, - ти ул.
Нимә булһа ла уйлап сығарырға яратҡан, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн янып-көйгән ижади күңелле Заһир Әхмәҙиевҡа алдағы көндәрҙә лә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.
Читайте нас