Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
2 Июня 2021, 11:37

"Теләгән һәр кем беҙҙе бөгөн үк үлтереп китә ала"

Ҡазан мәктәбендә атыш ойошторған Илназ Ғәләүиевтың атаһы ғаиләһенең полиция тарафынан һаҡ аҫтына алынмауына зарланған. "Улым менән бер тапҡыр ҙа күрешкәнебеҙ юҡ. Тәфтишселәр Илназды Мәскәүгә экспертизаға алып бармайынса, күрешергә рөхсәт юҡ, тинеләр. Ошо көндәрҙә генә уға таҙа кейем тапшыра алдыҡ. Әлегә тиклем уға ҡулға алынған ваҡыттағы кейемендә булды. Мин унан баш тартмайым, ә нисек үҙ балаңдаң баш тартырға мөмкин? Мин бит атай. Осрашҡанда ныҡ итеп әрләйәсәкмен, улым менән күҙмә-күҙ ҡарап аңлашҡым килә.

Беҙгә бер ниндәй яҡлау бирелмәне, ғаиләбеҙ һаҡ аҫтына алынманы. Теләгән үсле һәр кем беҙҙе бөгөн үк үлтереп китә ала.

Беҙ Илназдан ҡасып икенсе фатирға күсмәнек, был нахаҡ. Ремонт эшләгән осорҙа йә бер, йә икенсе урында йәшәнек. Ә ул йыш ҡына фатирҙа яңғыҙы ҡала ине.

Тәүге осорҙа журналистарҙан ҡайҙа ҡасырға белмәнек. Көнө - төнө ишекте емерерҙәй булып дөмбәҫләнеләр, беҙгә аҙыҡ-түлек артынан да сыға алмай бикләнеп ултырырға тура килде. Фатирҙан сығарып алыу юлын тапмаҡсы булып, улар хатта электр утын һүндереп ҡуйҙылар.

Икенсе улыма интернетта, һеҙ - кеше үлтереүселәр, тип яҙа башланылар. Шуға күрә социаль селтәрҙәрҙән баш тартты. Һәм өйҙә уҡыуға күсергә мәжбүр булды. Ә ҡатыным карауаттан тормаҫ булды, фажиғәнән һуң оло стресҡа бирелде", - тип яҙа ата кешенең һүҙҙәрен Телеграм - канал.

Илназдың баш мейеһендәге менингиома (шеш) 8-9 кластарҙа уҡыған сағында уҡ асыҡланған. Малай йыш ҡына көслө баш ауыртына зарланған. Шеш, мейеләге башҡа участоктарҙы ҡыҫып, ҡан әйләнешенә зыян килтерә. Ошо сәбәпле, ваҡыты-ваҡыты менән аҡылдың томаланыуы мөмкин. Мәскәүҙә яһаласаҡ экспертиза, енәйәт ваҡытында Илназдың ошо сир менән яфаланғанмы - юҡмы, икәнлеген күрһәтә ала.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас