Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
2 Июня 2021, 05:03

Ҡазан фажиғәһен ойоштороуҙа беренсе класс уҡыусыһы ҡатнашҡан?!

Социаль селтәрҙә ошондай сәйер хәбәр таралды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡазандағы полицияның бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлегенә 1-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре мөрәжәғәт иткән. Улар ғаризала яҙыуынса, малай 11 майҙа дәрескә килмәгән һәм уның мәктәп тирәһендә йөрөүен күреүселәр булған.

Шулай уҡ ата-әсәләрҙе малайҙың йыш ҡына атыш уйнауы сәйерһендерә. Полицияла баланың әсәһенә был хаҡта хәбәр иткәндәр. Ҡатынға ата-әсә бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн административ протокол төҙөлгән. «Ҡалған ата-әсәләр минән үс ала, күрәһең, сөнки класта берәй аҡса йыйыу булһа, мин унан гел ситтә ҡалам. 11 майҙа иртәнге сәғәттәрҙә беҙ балам менән табиптан ҡайып килә инек», – тип аңлата әсә кеше.

11 майҙа Ҡазанда булған ҡот осҡос фажиғәнең сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Енәйәтсене психик яҡтан ауырыу тип танымаҡсылар, әлегә уны психологтар, табиптар күҙәтә...
Яңылыҡ авторы: М. Йәнгилдин.
Читайте нас